Өфө урамдары тәртипкә килтерелә

Өфө урамдары тәртипкә килтерелә https://bash.news/news/36340_v_ufe_za_proshlyj_god_otremontirovali_45_dvorov_v_oktyabr
07 мар 2018, 09:38

2017 йылда ҡала урамдарын тәртипкә килтереү буйынса пилот проект бойомға ашырылды. Программа сиктәрендә ҡырҡтан ашыу урамда капиталь төҙөкләндереү үтте.

Өфө урамдары тәртипкә килтерелә
Өфө урамдары тәртипкә килтерелә

“Уртаҡ ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса 27 урам ремонтланды. Уларҙың һигеҙе Сипайлово биҫтәһендә, ун туғыҙы ҡала үҙәгендә. Проект эшләгән ваҡытта урындағы халыҡтың теләктәре иҫәпкә алынды.

Был программа буйынса былтыр юл һәм тротуарҙар ремонтлана, автомобиль ҡуйыу урындары арттырыла һәм ике хоккей майҙансығы төҙөлә. Бынан тыш, балалар майҙансыҡтары һәм тренажор комплекстары урынлаштырыла.

Спутник FM
Новости партнеров
Банер уфимская волна