Аҙна яңылыҡтары. Дәүләт кимәлендә кооперативлашыу

Аҙна яңылыҡтары. Дәүләт кимәлендә кооперативлашыу https://bash.news/news/36561_ana_yaylytary_dlt_kimlend_kooperativlashyu
11 мар 2018, 22:47

Аяҡҡа баҫҡан йүнселдәргә үҙ эшен тағы ла киңерәк йәйелдереү мөмкинлеге бирһә, яңы башлап тороусыларға, ябай халыҡҡа ла тиҙ арала бизнесты яйға һалыу форсаты. Ҡурҡырлыҡ, икеләнерлек әйбер түгел кооперация. Сөнки тәжрибәле эшҡыуар белеме, сауҙа бәйләнештәре менән дә бүлешергә әҙер. Ә өйрәнсеккә юлға һалынған эшкә үҙ өлөшөн генә индерергә ҡала. Ҡайһы бер төбәктәрҙә берҙәм эштең был алымы күптән ҡулланыла. Дәүләт кимәлендә кооперативлашыу башланғас, уны рәсми теркәп тә ҡуйҙылар. Борай районында йәшәүсе Әхләф Зарипов та шундай фермерҙарҙың береһе. Йүнсел күптән инде үҙ эшенә ауылдаштарын йәлеп иткән. Ә хәҙер улар рәсми теркәлгән кооператив.

Әхләф Зарипов үҙә лә ике меңенсе йылдар аҙағында эште нулдән башлай. Ләкин ул ваҡытта тәжрибә менән бүлешерлек, кооперативҡа алып һинең артыңдан этәүсе булманы, ти ул. Йүнселгә фермер ихатаһын төҙөү өсөн күп кенә бюрократия кәртәләрен дә һүтергә тура килгән.

Үҙ эшеңде яйға һалыуҙың бар ауырлыҡтарын татыған фермер хәҙер дилбегәне лә ныҡлы тота, аяғында ла ышаныслы баҫып тора. Бер генә эт тә йылғыр елгән юртаҡ аҫтына хәҙер ташланмай. Йүнселгә хатта, ислам да ярҙамға килә. Юғары көстәр түгел, фермер малдарҙы дини ойошмаларға тарата. Шуға күрә, итте эшкәртеү шарттары ла ислам тәғлимәттәренә таянып башҡарыла. Ә был тәү сиратта юғар сифат тигән һүҙ.

Хатта, ярымфабрикаттар етештереүҙә лә талаптар ҡаты. Бер ниндәй тәм көсәйткес, консерванттар ҡушылмай. Барыһы ла өйҙәге кеүек. Ит, һуған, тоҙ һәм борос. Ғәҙәттә, аҙыҡ-түлек цехтарында эшләүсер үҙе етештергән ризыҡтарҙы алып бармай. Ә был ханымдар үҙҙәре бөргән билмәнде өйгә ҙур теләк менән ала.

Сифатлы ризыҡ даны тиҙ тарала. Борай фермерының Өфөләге кибетенән дә халыҡ өҙөлмәй. Хәләл продукцияны мосолмандар ғына түгел, башҡа дин вәкилдәре лә теләп ала.

Тәүҙә фермер эшкәртелгән итте үҙе үк халыҡҡа таратып йөрөгән. Көс, ваҡыт, сығымдар ҙа күп талап ителә, ине, ти йүнсел. Хәҙер иһә ярымфабрикаттарҙы өлгөртөп кенә тор. Сауҙаға сығарылған аҙыҡ-түлек төрлөлөгә лә арта ғына.

Хәҙер кибеттәр һаны ла өсәү. Борай үҙәгендә һәм баш ҡалала ике магазин. Йәғни, бизнес башынан алып аҙағына тиклем яйға һалынған. Һәм ошо әҙер эшҡыуарлыҡ ҡалыбын йүнселдәр ауылдаштары менән дә бүлешергә әҙер. Аяҡҡа баҫҡан фермерға кооператив эште киңерәк йәйелдереү мөмкинлеге, ә мал үрсетеүсе ауыл халҡына итте мәшәҡәтһеҙ һатыу форсаты бирелә.

Ошондай хәйләһеҙ схема менән республикала ҡырҡҡа яҡын кооператив хужалыҡ барлыҡҡа килгән. Йыл аҙағына тиклем улар һанын йөҙҙән аштырыу күҙаллана. Әле республикала 460 тирәһе шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе айырым тормош алып бара. Киләсәктә уларҙы ла берләштереү өмөтө ҙур. Сөнки республика кооперативтарҙы үҫтереү буйынса пилот төбәк исемлегенә инде. Был эшкә хәҙер дәүләт ярҙамы ла бүленә. Быйыл ғына өс йөҙ миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йәғни, һәр барлыҡҡа киләсәк кооперативҡа өс миллион һум тирәһе ярҙам тура килә.

Авторы: Айнур Кәбиров

Аҙна яңылыҡтары. Дәүләт кимәлендә кооперативлашыу

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна