Аҙна яңылыҡтары. «Ҡиммәтле» әсә һөтө

Аҙна яңылыҡтары. «Ҡиммәтле» әсә һөтө https://bash.news/news/36563_ana_yaylytary_immtle_s_t
11 мар 2018, 22:55

Һөт инәһе. Был кешене хәҙерге йәштәрҙең күптәре белмәйҙер ҙә. Элегерәк был һүҙҙәр йыш яңғырай торғайны. Тәбиғи туҡландырыу мөмкинлеге булмаған әсәләр үҙ сабыйын башҡа ҡатындарға йөрөтә ине. Һатыуҙа төрлө ҡатнашмалар, күкрәк һөтөн алмаштырыусы ризыҡтар барлыҡҡа килә башлағас һөт инәһенә йөрөтөү күренеше юғалып ҡалды. Хәйер, гигиена талаптары ла ҡатындар араһындағы был бәйләнеште өҙҙө. Нисек инде ул үҙ балаңды башҡа әсә ашатһын? Ләкин тәбиғәт тә үҙенекен талап итә. Яһалма туҡландырыуҙың файҙаһыҙ ғына түгел, ҡайһы саҡта зарарлы булыуын да төшөнә башлағандар йәнә һөт инәһенә мөрәжәғәт итә башланы. Дәүәләт тарафынан әсә һөтө банкы ойошторолоуға ҡарамаҫтан, интернет киңлектәрендә күкрәк һөтө һатыусылар күбәйҙе. Тотош бер бизнес барлыҡҡа килгән. Хуп күренешме был, әллә һағыраҡ ҡыланырғамы башҡа инә һөтө менән?

Нәзирә Ирғәлина дүрт малайға ғүмер биргән, табип булараҡ ул әсә һөтөнөң бала организмы өсөн файҙаһын яҡшы белә. Шуға күрә Нәзирә ханым улдарын ике-өс йәшкә тиклем имеҙә, һөт төшмәгән әсәләрҙең сабыйҙарын да күкрәгенә һала, һөттө һауыттарға йыйып башҡаларға ла өләшә. Тормош иптәше күкрәк һөтөн ауылдар буйлап эш менән йөрөгәндә бер юлы таратып сыға. Күкрәк һөтө Хоҙай бүләге, уның менән бүлешеү изге ғәмәл, ти Нәзирә ханым.

Күкрәк һөтөнә һәр заманда ла ихтыяж ҙур, сөнки бала тапҡандан һуң һөт төшмәгән йәки сәләмәтлек торошо буйынса имеҙергә ярамаған осраҡтар етерлек. Шуға күрә лә донъяла һөт банктары эшләй, уларға бушлай күкрәк һөтө тапшырырға һәм алырға мөмкин. Әммә һорауҙан файҙаланып бизнес ҡороусылар ҙа юҡ түгел. Бигерәк тә Рәсәй халҡы юҡтан бар яһарға тора. Хәҙер әсә һөтөн интернет аша ғына һатып алырға мөмкин. Ысын була ҡалһа, күкрәк һөтөн һатып хатта, автомобиль алыусы ҡатындар ҙа бар.

Интернет селтәрендә күкрәк һөтө тәҡдим ителгән төркөмдәр күп, уларҙы ике төргә бүлергә мөмкин түләүле һәм бушлай. Һатам, алам тип яҙылғанына инәбеҙ, күреүегеҙсә, бында төрлө ҡалаларҙан иғландар бар. Хаҡтар айырыла, шулай ҙа уртаса алғанда 100 миллилитры яҡынса 200 һум тора, туңдырылғаны бер аҙ осһоҙораҡ.

Әммә табиптар әйтеүенсә, таныш түгел кешенән күкрәк һөтөн алыу бала һаулығына, хатта ғүмеренә ҡурҡыныс менән янай. Донор ҡатындың бар анализдары ла яҡшы булырға тйеш. Һүҙ Вич, сифилис, В, С гепатиты, туберкулез ауырыуҙары хаҡында бара. Мәҫәлән, цитомегаловирус булған әсәнең һөтөн яңы тыуған сабыйға биреүҙең үлем осрағына килтереүе мөмкин. Икенсенән, шарттар, күкрәк һөтө таҙа урында, стерилләнгән һауытҡа ғына йыйылырға тейеш. Юғиһә, файҙаһынан зыяны күберәк буласаҡ, йәғни, ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарған һымаҡ.

Әсә һөтөндә сабыйҙың физик һәм рухи үҫеше өсөн файҙалы матдәләр бар, аҡһымдар, майҙар, углеводтар туңдырған ваҡытта ла шул килеш һаҡлана, шифалы сифаттарын юғалтмай. Тик билдәле булыуынса, аҡсаға ҡыҙығыу мутлашыуға ла юл аса. Еңел генә кеҫә ҡалынайтыу теләге кешене алдаша башлауға килтереүе лә мөмкин. Әсә һөтө тип ҡатнашмаларҙы иҙеп йәки һыйыр һөтө һатыуҙары ихтимал.

Шуға күрә белмәгән кешенән һөт алғанда яуаплылыҡ хаҡында оноторға ярамай. Сит баланы имеҙгән ваҡытта ла үҙ сабыйыңа инфекция күсеүе мөмкин. Ә баланы имеҙеү әсәнең үҙе өсөн дә файҙалы, сабый менән психологик яҡтан бәйләнеш нығый, икенсенән, яман шеш ауырыуҙарынан да һаҡлай.

Табиптар фекеренсә, интернет бизнесына ҡаршы тороуҙың иң һөҙөмтәле юлы рәсми рәүештә һөт банктары асыу. 90-сы йылдарға тиклем Рәсәйҙә бындай учреждениелар эшләп килә, һөт тапшырған ҡатындарға хеҙмәт хаҡы түләнә. Күкрәк һөтө тикшерелгәндән, пастеризация үткәндән һуң ғына сабыйҙарға тапшырыла. Күп ҡатындарҙың һөтөн бергә йыйыу уның файҙаһын да арттыра, сөнки бер әсәнең һөтөндә булмаған элементтар, икенсеһендә артығы менән тупланыуы мөмкин. Әле Башҡортостанда берҙән-бер банк бар, Республика клиник дауаханаһында. Әммә ул үҙ пациенттары өсөн генә, әсә һөтө етлекмәй тыуған сабыйҙар өсөн ҡулланыла. Табиптар күкрәк һөтө менән бүлешеү ирекле рәүештә һәм бушлай булырға тейеш тип иҫәпләй. Шул ваҡытта мутлашыуҙарға ла юл ҡуйылмаясаҡ.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Аҙна яңылыҡтары. «Ҡиммәтле» әсә һөтө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа