Вьетнам инвесторҙары Благоварҙа полиэтилен продукцияһы етештереү предприятиеһын асып, район халҡы өсөн ҡырҡҡа яҡын эш урыны булдырған

Вьетнам инвесторҙары Благоварҙа полиэтилен продукцияһы етештереү предприятиеһын асып, район халҡы өсөн ҡырҡҡа яҡын эш урыны булдырған https://bash.news/news/36577_vetnam_investorary_blagovara_polietilen_produkciyay_etesh
09 мар 2018, 22:59

Шулай уҡ бында ҡалдыҡһыҙ производство ла алып барыла.

Полимер сеймалды бер туҡтауһыҙ эшкәртеүсе был машина экструдер тип атала. Ҡоролма юғары температурала миллиондарса полиэтилен гранулаһын иретеп, тейешле формаға килтерә. Благоварҙағы предприятиела эш тулыһынса атоматлаштырылған тиергә мөмкин, пакет, тоҡсайҙар етештереү процессын өс-дүрт кеше генә күҙәтә. Улар продукцияның үлсәме һәм сифаты өсөн яуаплы.

Пакет, сүп-сар тоҡсайҙары рулондарҙа әҙерләнә. Уларҙың төҫтәре төрлө, шул уҡ ҡорамал буяу-яҙыуҙарҙы автомат режимда пленка өҫтөнә ҡоя.

Былтыр ҡырҡыу цехында станоктарҙы яңыртыу эш ҡеүәтен ике тапҡырға арттырған. Бында хәҙер продукцияны бер юлы төрәләр ҙә. Ассортиментҡа килгәндә цехта шулай уҡ кейемдәр өсөн төрлө үлсәмдәге файлдар ҙа әҙерләнә. Рулондарҙы ҡырҡыу иһә автоматлаштырылған, шуға эштең ауырлығы юҡ,- ти предприятие хемәткәрҙәре.

Благоварҙағы предприятие ун бер йыл элек асыла. Полиэтилен продукцияһы һатыуҙан бында йылына яҡынса утыҙ биш миллион һум килем йыйыла. Финанстарҙың күп өлөшө етештереү ҡорамалдарын яңыртыуға йүнәлтелә. Әйткәндәй, инвесторҙар Вьетнамдан.

Нгуен Зуи Ань, предприятие етәксеһе: «Ай һайын 30-40 тонна пакет етештерәбеҙ. Был күләмде тағы ла арттырырға ниәт бар. Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Үҙем рус телен яҡшы белмәһәм дә, һәр ваҡыт кәңәш менән ярҙам итеп торалар. Продукцияны Рәсәй баҙарына ла сығарҙыҡ, Мәскәү, Ҡазан эшҡыуарҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырҙыҡ».

Предприятие ҡалдыҡһыҙ эшләй, бында икенсел сеймал етештереү цехы ла бар. Сүпкә ырғытылған полиэтилен материалдар кире гранулаларға әйләндерелә һәм ҡабаттан производствоға ебәрелә. Был процесс сеймалға киткән сығымдар күләмен дә бер ни тиклем кәметеүгә булышлыҡ итә.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Вьетнам инвесторҙары Благоварҙа полиэтилен продукцияһы етештереү предприятиеһын асып, район халҡы өсөн ҡырҡҡа яҡын эш урыны булдырған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа