Өфөлә тропик емештәр бешә

Өфөлә тропик емештәр бешә https://bash.news/news/36582_fl_tropik_emeshtr_besh
09 мар 2018, 20:08

Баш ҡалала лимондарҙың ҡайһылары хуш еҫле сәскәгә төрөнһә, икенселәрендә емеш өлгөрә. Ошо көндәрҙә хеҙмәткәрҙәр папайя йыя, тиҙҙән бананға ла сират етәсәк. Магазин кәштәләре ситтән килтерелгәне менән тулһа ла, Өфөлә үҫкән көньяҡ емештәренә ихтыяж юғалмай. Йылына лимондан ғына 20 тонна уңыш алына.

Папайя - ҡабаҡсыҡты хәтерләткән, кеше организмы өсөн ифрат файҙалы тропик емеш. Тик уның организмға ыңғай тәьҫире хаҡында аҙ мәғлүм, шуға ла киң ҡулланылмай. Ә бына Өфө лимонарийында был ағас күпләп ултыртылған. Тиҙ күтәрелә, өс йылдан емеш бирә. Быйыл бигерәк тә уңышы мул, сөнки ҡыш ҡояшлы булды. Уны тәмләп ҡараусылар алдан заказ биреп һатып ала.

Тәжрибә хужалығында хәҙер цитрус емештәре генә үҫтерелмәй. Теплица шарттарында банандың да тәрбиәләнеүенә тиҫтә йылдан ашыу. Көньяҡ үҫемлеге, йыл башында 23 килограмдан ашыу емеш биргән. Банандар әле йәшел, улар ун һигеҙ ай эсендә тулыһынса өлгөрә

Хужалыҡ Рәсәйҙең иң ҙур лимон плантацияһы иҫәпләнә. Йыл да цитрус үҫемлектәрҙән 20 тоннанан ашыу уңыш йыйып алына. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре уйлап сығарған яңы сорттар ҙа бик үҙенсәлекле. Бында лимондың 19 төрө үҫә.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тәжрибә хужалығын ойошторғанда уны помидор , ҡыяр үҫтереүгә тәғәйенләп эшләгәндәр. Тропик һәм субтропик ағастар өсөн түшәмдең бейеклеге кәм тигәндә 6-8 метр булырға тейеш ти, лимонарий хеҙмәткәрҙәре. Ул сағында уңыш та мулыраҡ булыр ине. Ә былай артыҡ үҫеп китмәһен өсөн ағастың осон ҡырҡып торорға тура килә. Хәйер, әле теплицаны үҙгәртеп ҡороуға проект әҙерләүсегә конкурс иғлан ителгән.

Һуңғы йылдарҙа Өфө лимонарийы туристик үҙәккә лә әйләнде. Йылына 20 меңдән ашыу кеше экскурсияға килә.

Һиндостан иленең изге ағасы һаналған Будда ҡулы теплица шарттарына тиҙ яраҡлашҡан. Экзотик үҫемлек йыл да емеш биреп ҡыуандыра. Ул лимонға оҡшаған, әммә бармаҡлы. Үҫемлектең атамаһы ла тап ошоға бәйле.

Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө емештәрҙән тыш, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр, сәскәләр ҙә бар. Оялсан мимоза декоратив үҫемлеге экскурсияға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙыра. Япраҡтарына тейһәң, улар йомола.

Бер гектар ерҙә 500 төр үҫемлек үҫтерелә. Әлеге ваҡытта хужалыҡта яҙ тантана итә һәм бындағы хуш еҫ май айын хәтерләтә. Урамда 24 градус һыуыҡ булһа , лимонарий эсендә 24 градус йылы, ҡояшлы көндә температура күтәрелеп тә китә.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Өфөлә тропик емештәр бешә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд