Полковник булырға ынтылған гүзәл зат

Полковник булырға ынтылған гүзәл зат https://bash.news/news/36612_polkovnik_bulyra_yntylan_gzl_zat
08 мар 2018, 21:58

Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйәнләнештәге мобиль отрядында берҙән-бер гүзәл зат хеҙмәт итә. Кесе сержант Адель 25 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, ОМОН-да үҙен көслө һәм ҡурҡыу белмәҫ хеҙмәткәр итеп танытҡан. Шул уҡ ваҡытта ул ижади яҡтан да һәләтле.

Ҡатын-ҡыҙ ҡулында һалҡын ҡорал, ир-егеттәр оборонала. Бер төркөм омонсылар Макаров пистолетынан атыу буйынса күнекмәләр үткәрә. Адель Рәсәй гвардияһында хеҙмәт итергә күптән хыяллана, бер йыл элек иһә теләге тормошҡа аша. Көслө заттар менән хәҙер ул бер тиң хәрби заданиелар үтәй. Кесе сержант хеҙмәт бурысына ла етди ҡарай, тирға даими йөрөп, мәргәнлеген һәм таһыллығын яҡшыртҡан. Уның өсөн иң мөһиме сәпкә тейеү. Тормошта ла бит маҡсатҡа ынтылыусылар уңышҡа ирешә.

Көн һайын заданиелар, күнекмәләр, командировкалар. Хеҙмәт итеү оҡшай. Минең әсәйем дә - милицияның подполковнигы булды. Ул миңә матур тәрбиә бирҙе. Ғәзиз кешемә ҡарап мин дә ошо юлды һайланым.

Киләсәктә Адель полковник дәрәжәһенә етергә теләй. Бының өсөн ул белемен даими камиллаштыра. Әле Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында магистратурала уҡый. Шулай уҡ иҡтисадсы һөнәре буйынса ла дипломы бар.

Енәйәтселәрҙе ҡулға алыу буйынса күнекмә ваҡытында Адель алдында ҙур бурыстар ҡуйыла. Ул һаҡта тора. Әлегә ҡыҙ ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнашып өлгөрмәһә лә, башҡа заданиеларҙа үҙен профессионал булараҡ күрһәтеп өлгөргән. Оператив рәүештә ҡарарҙар ҡабул итә, ә был ОМОН хеҙмәтендә - иң мөһим талаптарҙың береһе. Әйткәндәй, Адель отрядта берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.

Адель буш ваҡытын спортзалда үткәрә. Бында ул физик күнекмәләр яһауға көн һайын ике сәғәттәй ваҡытын бүлә. Башлыса ҡул көрәшен үҙ итә.

Һаҡланыу алымдарын белгәндә, хеҙмәт бурысын үтәү күпкә еңелерәк. Әйткәндәй, Рәсәй гвардияһына эләгергә теләүселәр физик һәм психик яҡтан ныҡ булырға тейеш, бындағы хеҙмәт үҙенә күрә сыҙамлыҡ талап итә. Әйткәндәй, һәр омонсы тиерлек шахмат уйынын үҙ итә. Адель был йүнәлештә оҫталығын арттырып, республика буйынса ойошторолған турнирҙарҙа еңеүҙәр ҙә яулап өлгөргән.

Отряд хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙың йыр-моңға һәләтле булыуын да билдәләй. Рәсәй гвардияһының Волга буйы федераль округы буйынса ойошторолған вокал бәйгеләрендә Адель бер нисә тапҡыр еңеүсе тип таныла.

Кесе сержанттың репертуары бай, үҙе ижад иткән йырҙары ла байтаҡ. Интернет киңлектәрендә уның ижады менән меңдәрсә кеше танышып өлгөргән. Буласаҡ полковник яратҡан шөғөлдәренән илһам алып, матурлыҡ тойоп йәшәй.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Полковник булырға ынтылған гүзәл зат

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество