Донъя яңылыҡтары - 07.03.2018

Донъя яңылыҡтары - 07.03.2018 https://bash.news/news/36634_donya_yaylytary__07032018/?lang=bash
07 мар 2018, 19:57

Рәсәй энергетика министрлығы илдең энергетика именлеге доктринаһын иғлан итте. Документта Ҡушма Штаттар һәм уға союздаш илдәрҙең иҡтисади ҡыҫырыҡлау сәйәсәте төп хәүеф сығанағы булараҡ аталһа, "йәшел энергетика" ға күсеү һәм тәбиғи ресурстарҙың кәмей барыуы ла тармаҡ үҫешен ҡаҡшатыу ихтималлығына иғтибар бирелгән.

ХХХ

Кибербуллинг, йәғни социаль селтәрҙә йәберләү һәм кәмһетеү өсөн яуаплылыҡ индереүҙәре ихтимал. Был туралағы закон башланғысы менән Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы йәштәр палатаһы сығыш яһаны. Парламенттың түбәнге палатаһы тәҡдимде хупланы. Депутаттар фекеренсә, интернет ҡыйырһытыусыларҙы 14 йәштән яуаплылыҡҡа тарттырырға һәм 10 мең һум күләмендә штраф һалырға кәрәк.

ХХХ

Америка президенты хакимиәте Ҡытай инвестицияларын да сикләргә ниәтләй. Был илдән индерелгән тауарҙарға иһә махсус сауҙа пошлинаһы һалыу мөмкинлектәрен дә ҡарай. Ҡушма Штаттар күптән инде Ҡытайҙы интеллектуаль милеккә ҡул һуҙыуҙа ғәйепләй һәм сикләүҙәр индереү юлы менән Пекинды теҙгенләргә теләй.

ХХХ

Нигерияла 78 кеше Ласса биҙгәгенән һәләк булды, инфекцияны йоҡтороусылар 400-гә яҡынлаша. Үҙәк һәм көнбайыш Африка илдәрендә күҙәтелгән хәүефле йоғошло ауырыуҙы ла сысҡандар тарата. Дауалауға ауыр бирелә. Ласса биҙгәгенә ҡаршы вакцина әле уйлап табылмаған. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте Африкаға сәйәхәттәрен планлаштырғанда, был мәғлүмәтте лә иҫәпкә алырға саҡыра.

ХХХ

Ирекһеҙҙән актерға әйләнде. Сәхнәләге сетерекле хәл Ҡытайҙың Фуцзянь провинцияһы театрҙарының береһендә теркәлде. Актерға бордер колли тоҡомло эт ҡапыл өрөргә тотондо, артабан хайуан уның еңенән дә эләктереп алды. Спектаклдең көтөлмәгән боролош алыуы сәхнәләгеләрҙе бер борсоһа ла, тамашасыларҙы ҡыуандырҙы ғына.

Донъя яңылыҡтары - 07.03.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»