Баймаҡ районы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан автономияһының тыуған көнө уңайынан «Берҙәмлектә – көс» тигән форум үткәрҙе

Баймаҡ районы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан автономияһының тыуған көнө уңайынан «Берҙәмлектә – көс» тигән форум үткәрҙе https://bash.news/news/36636_bajma_rajony_bt_donya_bashorttary_oroltajy_menn_berlekt_b
07 мар 2018, 12:44

Бер быуат элек тап ошо осорҙа Темәс ауылында үткән сәйәси ваҡиғаларға бер аҙ байҡау яһаған сара «Беҙ Рәсәй менән бергә» тигән девиз аҫтында ойошторолдо. Унда баш ҡала ҡунактары һәм республиканың 15 районы вәкилдәре ҡатнашты.

1919 йылдың 20 мартында тап Темәс ауылында Башкорт хөкүмәтенең кыҙылдар яғына сығыуы һәм Башкортостан совет автономияһын иғлан итеүе бөгөн дә Темәстен вакиғалар уртаһында булыуын күрһәтә. Шанлы ла, канлы ла йылдар осороноң бер шаһиты Башкорт хөкүмәте резиденцияһын һаклаған, тарихы башкала исемен йөрөткән ауыл әле лә тыуған як, халык тарихы менән ҡыҙыкһыныусыларҙы үҙенә тарта. Форумға килеүсе ҡунактарҙы ла баймактар шул осорҙоң тулы күсермәһе булған театрлаштырылған тамаша ҡаршы алды.

Форум алдынан крайҙы өйрәнеү музейы менән танышыу,тарихи шәхес, ошо автономияның рухи юлбашсыһы Зәки Вәлидигә куйылған тәүге һәйкәлдәрҙен береһенә сәскәләр һалыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү ҙә һәр кемдә онотолмаҫлык тәҫироттар ҡалдыра.

Форумда сыгыш яһаусы куренекле тарихсылар бынан бер быуат элек тап март айында булып үткән ваҡиғаларға бер аҙ байҡау яһаһа, унда ҡатнашыусылар яғынан бөгөнгө көн талаптарына тура килгән эшлекле тәкдимдәр ҙә яңғыраны һәм башҡорт халҡының Рәсәй тарихындағы роле лә билдәләп үтелде.

Тел укытыу, шәхестәр исемен мәңгеләштереү проблемаһынан тыш, туристар өсөн Темәстең тарихи әһәмиәтен күтәреүгә йүнәлтелгән саралар планы расланды.

Темәс урамдары үҙе бер тере тарих. Бында азатлык шағиры Шәйхзада Бабич эшләгән нәшриәт, ә был йортта күренекле композитор Рәүеф Мортазин тыуған. Форумда ошо йорттарға таҡтаташтар ҡуйыу һәм Тәмәс буйлап яны туристик маршурттар асыу тәкдиме лә индерелде.

Форумда шулай ук үҙен Салауат Юлаев вариҫы, башкорт автономияһын төҙөүҙә туранан тура катнашкан өс бер туған Мутиндарҙың тоҡомо тип йөрөткән үҙенсәлекле катнашыусыларҙың булыуы ла ҡыҙыклы ине.

Форумдын төп исеме «Беҙ Рәсәй менән бергә‐ берҙәмлектә көс» тип аталды. Быны иһә илдә тәүге республика төҙөгән Башҡортостан халкының алда торған сәйәси ваҡиғаларға теләктәшлек белдереүе тип аңларға кәрәктер.

Авторы: Гөлнур Ишбулатов

Баймаҡ районы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан автономияһының тыуған көнө уңайынан «Берҙәмлектә – көс» тигән форум үткәрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна