Ҡартлыҡ беҙҙе өйҙә тап итә алмаясаҡ

Ҡартлыҡ беҙҙе өйҙә тап итә алмаясаҡ https://bash.news/news/36638_artly_bee_j_tap_it_almayasa
07 мар 2018, 20:05

Ошондай мәғәнә менән Иглин районында оло быуын вәкилдәре форумы үтте.

Өфө, Иглин һәм Нуриман райондарында йәшәүселәрҙе бер майҙанға тупланған осрашыуға 300-гә яҡын кеше йыйылды. Сара ижади коллективтарҙың сығыштары һәм активистарға район башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырыуҙан башланды. Бүләкләнеүселәрҙең береһе Фәниә Дауытова. Ул 40 йыл ғүмерен балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыуға бағышлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ханым артабанғы тормошон ижади эшмәкәрлек менән бәйләгән.

Мәҙинә Ғимаҙиева ла бар ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаған. Ике тиҫтә йыл самаһы элек ауыл клубында балаларҙың "Аҡ тирмә" тип башҡорт фольклор коллективын ойошторған. Бөгөн ул өлгөлө ансамбль исеменә лайыҡ булған. Әлеге ваҡытта ла Мәҙинә Мөхәмәт ҡыҙы ижади эшмәкәрлектән айырылмаған. Уның балалар менән теккән ҡурсаҡтарын районда белмәгән кеше юҡтыр, шулай уҡ ул "Балҡыш" халыҡ театрының ағзаһы ла булып тора.

Авторы: Илдар Байбулатов

Ҡартлыҡ беҙҙе өйҙә тап итә алмаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество