Британия физигы Стивен Хокинг вафат булған

Британия физигы Стивен Хокинг вафат булған https://bash.news/news/36762_umer_britanskij_fizik_stiven_xoking/?lang=bash
14 мар 2018, 14:10

Бөгөн иртәнсәк Стивен Хокинг баҡыйлыҡҡа күсте. Билдәле физик-теоретик 76 йәштә вафат булды.

Британия физигы Стивен Хокинг вафат булған
Британия физигы Стивен Хокинг вафат булған

Донъяның иң билдәле ғалимының үлеме тураһында Британия матбуғаты хәбәр итте.

Стивен Хокинг 1942 йылдың 8 ғинуарында Оксфордта тыуған. Теоретик физиканан тыш ғалим космология менән дә ҡыҙыҡһынған. 1998 йылда “Ҡыҫҡаса йыһан тарихы” китабы сыға, ә 2015 йылда “Стивен Хокинг ғәләме” фильмы донъя күрә.

Стивен Хокингка 22 йәшендә амотрофик склероз диагнозын ҡуялар, табиптар уға 3 йыл тирәһе йәшәргә ҡалыуын хәбәр итә. Әммә медиктар яңылышҡан булып сыға. 60-сы йылдар аҙағында профессор Хокинг тәүге тапҡыр инвалидтар креслоһына ултыра, ә 80-се йылдарҙа тауышын юғалта. Шунан бирле ул һуҡ бармағы ярҙамында клавиатураға баҫып ҡына аралаша.

Стивен Хокинг ике тапҡыр ғаилә ҡора, өс балаһы бар.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»