Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек барышында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк

Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек барышында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк https://bash.news/news/36844_rsj_prezidentyn_ajlaua_erlek_baryshynda_bashortostandy_k_
14 мар 2018, 21:59

Бөгөн ике яҡ араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Эре һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр сәйәси кампаниянан ситтә ҡалмаҫ тип көтөлә. Быға тиклем төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге республиканың башҡа предприятие-ойошмалары менән дә бәйләнештәрен нығытҡайны.

18 мартта республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк. Тауыш биреү урындары башлыса мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашҡан. Меңдән ашыу бина видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған. Был участкаларҙа һайлаусыларҙың яҡынса 61 проценты ҡатнашасаҡ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек барышында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа