Бүздәк элеваторындағы тәүге мең 200 тонна иген биржа аша һатылды

Бүздәк элеваторындағы тәүге мең 200 тонна иген биржа аша һатылды https://bash.news/news/36847_bzdk_elevatorynday_tge_me_200_tonna_igen_birzha_asha_atyl
14 мар 2018, 19:30

Килешеү «БКС брокер» һәм «Рәсәйагролизинг»тың партнерлыҡ программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Биржа инфраструктураһын файҙаланыу аралашсыларҙы урап үтергә мөмкинлек бирҙе. Был Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн мөһим мәсьәлә. Былтыр республикала мул уңыш үҫтерелгәйне. Әммә игенгә хаҡҡа алыпһатарҙарҙың күп булыуы йоғонто яһаны. Шуға ла иген келәттәрҙә ҡала бирҙе. Биржала сауҙа итеү экспортҡа эшләү мөмкинлеге бирә. Тимәк, игенселәр өсөн яңы табыш алыу мөмкинлектәре асыла.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Бүздәк элеваторындағы тәүге мең 200 тонна иген биржа аша һатылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество