Һөттән сифатлы продукция ғына етештерелергә тейеш

Һөттән сифатлы продукция ғына етештерелергә тейеш https://bash.news/news/36850_ttn_sifatly_produkciya_yna_eteshterelerg_tejesh
14 мар 2018, 19:35

Йәрмәкәй районында йәшәүселәр был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай. Урындағы эшҡыуар быны үҙ өлгөһөндә иҫбатлап, мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын һөттән эшләнгән алты төрлө файҙалы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.Сифаты дәүләт стандарттарына тап килә. Ниәттәре - киләсәктә сыр етештереү һәм һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү.

Илдар Бәхтиәровтың крәҫтиән-фермер хужалығы ни бары бер баш малдан башланған. Ун йыл элек ата-әсәһе улының тыуған көнөнә тана бүләк итә. Киләһе йылына был тана игеҙ быҙау килтерә. Ун йыл эсендә малдар һаны 200-гә еткерелгән. Тиҙҙән күпләп һөт биреүсе ҡара-сыбар һәм гольдштейн тоҡом һыйыр малын аҫрай башлаясаҡтар.

Ике йыл элек ғаилә һөт продукцияһы етештереүгә тотонған. Һөт продукцияһынан цехта алынған - ҡаймаҡ, эремсек, кефир, һыйыр майы, ҡатыҡ махсус контейнерҙарға тултырыла. Үҙҙәренең сеймалынан тыш күрше райондарҙан да һөт һатып алалар. Цехта көнө буйы эш ҡайнай.

Денис Фролов, технология линияһы операторы: «Эшем оҡшай. Таҙа һәм йылыла. Иртә менән килеп, 6-7 сәғәт эшләгәндән һуң ҡәнәғәтлек менән өйгә ҡайтам».

Үткән йыл эшҡыуар менән сыр етештереүсе Голландия компанияһы бәйләнешкә сыҡҡан. Хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә Башҡортостандан сыр етештереүсе технологтар бушлай уҡытыу ойошторолған.

Ауыл етештереүселәренә эре һәм ваҡ сауҙа нөктәләренә эләгеү еңелдән түгел... Әммә эшҡыуар был осраҡта ла юғалып ҡалмаған. Илдар үҙе етештергән сифатлы продукцияны өлкән йәштәгеләрҙең йорттарына ташыу ойошторған. Ирешелгән үрҙәрҙән тыш, киләсәктә сыр етештереү һәм һарыҡсылыҡ кеүек яңы тармаҡтарҙы ла үҫтерергә иҫәбе.

Әлегә эшҡыуар дәүләт грантына документтар туплай. Үҙенең уңыш серен ул ерҙе һәм кешеләрҙе яратыуы, күңел тартҡан эш менән шөғөлләнеүенә бәйләй.

Был цехта һөттән 6 төр продукция эшләп сығарыла. Һөттән алынған продукттар дәүләт стандарттарына яуап бирә. Улар менән мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары тәьмин ителә. Ә март аҙаҡтарында Бәхтиәровтар тағыла яңы өлкә-сыр етештерергә тотонасаҡ.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Һөттән сифатлы продукция ғына етештерелергә тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд