Капиталь ремонттан һуң Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының диспетчер үҙәге сафҡа инде

Капиталь ремонттан һуң Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының диспетчер үҙәге сафҡа инде https://bash.news/news/36852_kapital_remonttan_u_strletama_trollejbus_idaralyyny_dispe
14 мар 2018, 20:17

Заман талаптарына ярашлы төҙөкләндерелгән бинала хәҙер ҡала йәмәғәт транспорты менән идара итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.

Автоматлаштырылған күҙәтеү пунктында троллейбус һәм микроавтобустарҙың хәрәкәте теркәлеп бара. Эш процессы Глонасс системаһын ҡулланыуға ҡоролған. Шулай уҡ диспетчер үҙәгендә водителдәргә ял урындары, медицина пункты йыһазландырылған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ урамдары буйлап хәҙер яңыса ҡоролған троллейбус та йөрөй башланы. Водителдәр билдәләүенсә, был транспорт идара итеүҙә еңел. Капиталь ремонт барышында иҫке троллейбус каркасының металл элементтары тулыһынса яңыртылған, тышҡы дизайны үҙгәртелгән, тәҙрәләре ҙурайтылған. Салонда видеокүҙәтеү камералары, ингән пассажирҙар һанын иҫәпләү ҡоролмаһы урынлаштырылған. Троллейбуста вай-фай менән ҡулланырға була. Ҡулаҡса юҡ икән, банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин.

Азат Кәлимуллин, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Диспетчер үҙәгендә үткән капиталь ремонт эштәре юғары баһаланды. Шулай уҡ иҫке троллейбусты тергеҙеү - яңы транспорт һатып алыуға ҡарағанда ике тапҡырға арзаныраҡҡа төштө. Күреүегеҙсә, төҙөкләндерелгәндән һуң ул заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә».

Капиталь ремонттан һуң Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының диспетчер үҙәге сафҡа инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа