Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында электр һәм йылылыҡ энергияһына ихтыяж тулыһынса ҡапланды

Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында электр һәм йылылыҡ энергияһына ихтыяж тулыһынса ҡапланды https://bash.news/news/36857_f_alay_m_f_rajonynda_elektr_m_jylyly_energiyayna_ixtyyazh
13 мар 2018, 23:49

Был турала бөгөн Рөстәм Хәмитов Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген файҙаланыуға тапшырыу мәлендә белдерҙе. Станция 440 мегаватт электр энергияһы һәм сәғәтенә 290 гикакалорий йылылыҡ бүлеп сығарыуға иҫәпләнгән. Йәғни йылылыҡ менән 2 миллион ярым - 3 миллион квадрат менән торлаҡты тәьмин итергә мөмкин. Киләсәктә яңы төҙөлөштәргә бәйле энергияға ихтыяж артасағы ла күҙ уңында тотолған.

ХИкешәр пар һәм газ турбиналарын үҙ эсенә алған Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге заман предприятиеһының сағылышы. Бында Рәсәй заводтарында етештерелгән яңы ҡоролмалар, технологиялар урын алған, бар эш автоматлаштырылған. Әлбиттә хеҙмәткәрҙәрҙән дә оло яуаплылыҡ, иғтибар талап ителә. Күрһәткестәр норманан артмаҫҡа тейеш, юғиһә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сығыуы бар.

Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге оҙаҡ көтөлгән обьект. Станцияға 2008 йылда уҡ нигеҙ һалынһа ла, инвестицияларҙы кире ҡайтарыу механизмдары булмау сәбәпле, төҙөлөш туҡтай. Яңы инвестор, «Интер РАО» йәмғиәте килгәс кенә эш йәнләнә. Затон станцияһы Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелә. Яңы обьект сафҡа инеү менән был төбәктә электр һәм йылылыҡ энергияһына ихтыяж ҡапланды тип әйтергә мөмкин, тине Республика башлығы.

Затон станцияһын сафҡа индереүгә 22 миллиард һум инвестиция һалынған. Был сумма өҫтәмә хаҡҡа һалым менән бергә иҫәпләнгән. Үҙәктә төп йылылыҡ сығанағы булараҡ тәбиғи газ ҡулланыла.

Яңы станция предприятие-ойошмалар өсөн дә, ябай ҡулланыусыларға ла кәрәкле обьект. Ул Өфө районында төҙөлөштө йәнләндерергә этәргес яһаясаҡ, әле ҡалҡып сыҡҡан «Забелье» биҫтәһененең дә йылылыҡ тәьминәте менән бәйле проблемаһы хәл ителәсәк.

Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген файҙаланыуға тапшырыуҙы Башҡортостан энергетика системаһында тарихи ваҡиға тип әйтергә мөкин. Республикала бындай ҡеүәтле станциялар үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып төҙөлмәгән. Яңы обьект сәнәғәт предприятиеларын, торлаҡ йорттарҙы йылылыҡ һәм электр энергияһы менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк. Станцияның ҡеүәте киләсәк ихтыяжды ла иҫәпкә алып һалынған.

Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында электр һәм йылылыҡ энергияһына ихтыяж тулыһынса ҡапланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество