Агросәнәғәт комплексында заманса технологиялар

Агросәнәғәт комплексында заманса технологиялар https://bash.news/news/36858_agrosnt_kompleksynda_zamansa_texnologiyalar
13 мар 2018, 22:47

Бөгөн Өфөлә «АгроКомплекс-2018» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә эшләй башланы. Сирек быуаттан ашыу ваҡыт эсендә ул республиканың төп агросәнәғәт форумдарының береһенә һәм ил, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараға әүерелде.

Пленар ултырыш алдынан Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов төрлө төбәктәрҙән килтерелгән экспозициялар менән танышты. «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексы майҙансығында үҙ техникаларын һәм ҡорамалдарын 300-ҙән ашыу компания тәҡдим иткән. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында буласаҡ инвесторҙар ҙа бар. Атап үткәндә, Чехия компанияларының береһе Башҡортостан аграрийҙары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләй. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, быйылғы форум яңы технологияларға арналыуы менән әһәмиәтле. Һуңғы йылдарҙа тармаҡта заманса техникалар, һанлы система һәм фәнни эшләнмәләр киң ҡулланыла. Был йәһәттән республикала иҫкергән техникаларҙы һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла.

Быйылғы форумда ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп аграр сәнәғәт комплексына ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Уларҙың күпселек өлөшө ауыл хужалығына интернет әйберҙәр һәм IT-технологиялар индереү хаҡында мәғлүмәт бирә.

Форум барышында «Фермер мәктәбе», «Ауылда йәш кадрҙар» фекер алышыу майҙансығы, уҡыусылар, студенттар һәм белгестәр өсөн профессиональ тест та үткәрелә. Шулай уҡ малсылыҡ, үҫемлекселек, умартасылыҡ, ауыл хужалығы техникаһы кеүек төрлө йүнәлештәнр буйынса секциялар ойошторолған.

Авторы: Илдар Байбулатов

Агросәнәғәт комплексында заманса технологиялар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд