Дыуан районында эшләп килгән мордва коллективы «Халыҡ» ансамбле исемен яуланы

Дыуан районында эшләп килгән мордва коллективы «Халыҡ» ансамбле исемен яуланы https://bash.news/news/36880_dyuan_rajonynda_eshlp_kilgn_mordva_kollektivy_xaly_ansamb
13 мар 2018, 19:38

Фольклор коллективына райондың Михайловка ауылында 1985 йылда нигеҙ һалына. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, шул ваҡыттан алып, Михайловкала уҙған бөтә сараларҙа коллектив әүҙемлек күрһәтә. Ололар, уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмдәренән торған ансамбль бөгөн дә республика район-ҡалаларында ойошторолған фестивалдәрҙең даими ҡатнашыусыһы.

«Килейне» мордва коллективы репертуарында шулай уҡ рус, татар халыҡ йырҙары бар. 250-ләп кеше иҫәпләнгән Михайловка ауылында төрлө милләт кешеләре йәшәй. Әйткәндәй, сәхнә кейемдәрен коллектив ағзалары үҙҙәре теккән, ә балалар костюмдарын әҙерләүгә ата-әсәләр, уҡытыусылар булышлыҡ иткән.

Авторы: Фәниә Юланова

Дыуан районында эшләп килгән мордва коллективы «Халыҡ» ансамбле исемен яуланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд