Башҡортостанда халыҡтың 80% үҙ тормошо менән ҡәнәғәт

Башҡортостанда халыҡтың 80% үҙ тормошо менән ҡәнәғәт https://bash.news/news/36891_v_bashkortostane_80_zhitelej_dovolny_svoej_zhiznyu_v_resp
15 мар 2018, 23:59

БСТ-ға биргән ҙур интервью сиктәрендә Рөстәм Хәмитов республикала башҡарылған ижтимағи-иҡтисади сәйәсәт тураһында һөйләне. Һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, күпселлек халыҡҡа Башҡортостанда йәшәү оҡшай.

Яҡшы күрһәткестәргә ҡарамаҫтан, проблемалы моменттар бар, тине Республика Башлығы. Тәү сиратта улар инвестициялар йәлеп итеүгә ҡағыла, әммә ул да 2017 йылда үткәрелгән тикшеренеүҙәр менән сағыштырғанда ваҡ мәсьәлә. Һораулама һөҙөмтәһе буйынса, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтың 80% төбәктә йәшәү сифаты, уңайлығына “ыңғай” билдә ҡуйҙы.

Рөстәм Хәмитов: “Был беҙҙең халыҡта оптимизм барлығын, уларҙың республика үҫешен күреүҙәре тураһында һөйләй. Бынан тыш, яҡшы һандар берәмләп һатыу өлкәһендә лә бар – 102,5%. Беҙҙең халыҡ 2016 йылға ҡарағанда 30% күберәк автомобиль һатып алған. Үткән йылда файҙаланыуға 35000 фатир тапшырылды. Әгәр һәр ғаиләлә уртаса өс кеше булһа, кәмендә 100 мең кеше үҙенең йәшәү шартын яҡшыртты”.

Республика Башлығы миҫалға Октябрский ҡалаһын килтерҙе. 8 йыл эсендә унда 20 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Рөстәм Хәмитов: “Шуны әйткем килә, банк иҫәптәрендә беҙҙең халыҡтың 360 млрд һум аҡсаһы һаҡлана. Был бәләкәй сумма түгел. 2010 һәм 2011 йылдарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Был аҡсаны инфляция ла ашамай, 2017 йыл һөҙөмтәһе буйынса инфляция 1,4% тәшкил итте.

Республика Башлығы шулай уҡ ауыл хужалығындағы яҡшы күрһәткестәрҙе билдәләне. Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, республиканың аҙыҡ-түлек менән үҙен-үҙе тәьмин итеүе бик мөһим.

Рөстәм Хәмитов: “Иген, ит, һөт, йомортҡа, ҡыяр, томат – ашау нормаһына ҡарағанда күберәк етештерелә. Һандар 100% ашып китә. Беҙ был аҙыҡ менән сауҙа итәбеҙ. Бынан тыш, кооперативтар барлыҡҡа килә, кесе эшҡуарлыҡ һәм сифат яҡшыртыу өлкәһендә лә уңыштар ҙур, иҡтисади һөҙөмтәләрҙән сығып һалым йыйыу арта һәм ҡаҙна тулылана. Әйткәндәй, 2017 йылда бюджет профицит менән тамамланды”.

Башҡортостанда халыҡтың 80% үҙ тормошо менән ҡәнәғәт

Спутник FM
Новости партнеров
Банер уфимская волна