Ювелир табиптар

Ювелир табиптар https://bash.news/news/36912_yuvelir_tabiptar
15 мар 2018, 20:22

Республикала етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың күҙҙәренә операция яһау көйләнә. Рәсәй медицинаһы халыҡ-ара стандарттарға күскәндән алып 22 аҙналыҡ, йәғни 500 граммдан ауырыраҡ булып тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлау бурысы тора.

Әммә күп осраҡта ваҡытынан алда донъяға килгән балалар күҙҙең селтәрле ҡабығы кәмселеге менән тыуа. Уны ваҡытында дауаламау сабыйҙың бөтөнләй һуҡырайыуына килтереүе мөмкин. Республика клиник дауаханаһы элек етлекмәй тыуған сабыйҙарға лазер операцияһы яһау өсөн ситтән белгестәр саҡырһа, хәҙер уны үҙебеҙҙең белгестәр эшләй. Былтыр 6 тиҫтәнән ашыу операция үткәрелһә, быйыл ике айҙа ғына ике тиҫтәгә яҡын.

Алеся Сомова, табип-офтальмолог: «Ретинопатия сире, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙа йыш осрай. Шуға күрә уларҙы офтальмологтар мотлаҡ рәүештә ҡарарға тейеш. Тәүге тикшереү 4-6 аҙналыҡ саҡта үк үткәрелә, әгәр күҙҙең селтәрле ҡабығы формалашып етмәгән һәм кәмселлектәр бар икән, тимәк, тиҙ арала дауалауҙы башларға кәрәк. Операция табиптарҙан юғары оҫталыҡ, ювелирҙарса нескәлек талап итә».

Виктория ШАчкованың ҡыҙы 740 граммлыҡ булып ҡына донъяға килә, табиптар сабыйға ретинопатия диагнозын ҡуя. Операцияны Республика балалар клиник дауаханаһында эшләйҙәр. Әле сабыйҙың хәле яҡшы, табиптар күҙҙең торошон даими тикшереп тора.

Виктория Шачкова: «Ҡыҙыма ошо диагнозды ҡуйғас ҡурҡыуға ҡалғайным. Һуҡырайһа яҡты донъяның матурлығын күреүҙән мәхрүм ҡалыр тип ҡайғырҙым. Беҙҙең бәхеткә операция уңышлы үтте, хәҙер үҫергә лә үҫергә инде».

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Ювелир табиптар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа