Ял көндәрендә Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Ял көндәрендә Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә https://bash.news/news/36929_v_bashkortostane_v_vyxodnye_ozhidaetsya_snegopad
16 мар 2018, 14:24

Шәмбе, 17 мартта, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ, епшек ҡар һырынтыһы булыуы ихтимал, был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итте.

Ял көндәрендә Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә
Ял көндәрендә Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Ел көньяҡтан, һуңынан төньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, төндә көсәйгәндә 17 метрғаса етеүе бар. Һауа температураһы төндә -4,-9 градус, көндөҙ +2,-3, төньяҡ-көнбайышта төндә -9,-14, көндөҙ -2,-7.

Һауа торошо насарайғанда күреү даирәһе 1-2 саҡрым була, тип иҫкәртә төбәк ҡотҡарыусылары.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество