Башҡортостан биләмәһендәге федераль трассаларҙы төҙөкләндереүгә быйыл 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән

Башҡортостан биләмәһендәге федераль трассаларҙы төҙөкләндереүгә быйыл 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән https://bash.news/news/36937_bashortostan_bilmendge_federal_trassalary_tklndereg_byjyl
16 мар 2018, 17:42

Был финанстар 340 саҡрым юлды нормативтарға тура килтерергә ярҙам итәсәк.

Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Татарстан менән Өфөнө тоташтырған М-7 трассаһының торошон ҡараны һәм урында башҡарыласаҡ юл төҙөлөшө эштәре планы менән танышты. Подымалов ауылы янында туғыҙ саҡрым арауыҡтағы юл ваҡытлса файҙаланыуға тапшырылған. Транспорт сиселешендә төҙөлөш эштәре 95 процентҡа теүәлләнгән, август аҙағына тиклем ул тамамланасаҡ.

Федераль юл агентлығының «Урал яғы» автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе Рәмил Сенжапов билдәләүенсә, әлегә айырым участкаларҙа капиталь ремонт эштәре бара, нәҙек ҡатламлы асфальт һалына. Шулай уҡ 2022 йылға тиклем баш ҡала менән магистралде тоташтырыусы арауыҡта һыҙаттарҙы арттырыу бурысы ҡуйылған. Рөстәм Хәмитов М-5 автомобиль юлын да тәртипкә килтерергә саҡырҙы. Урында авариялар күрһәткесе юғары. Ил президентының Силәбелә ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыу буйынса ҡарарға ҡул ҡуйыуы был йүнәлештә эште йәнләндереүҙе лә талап итә. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш эштәрен башлауға өҫтәмә финанстар алыуға мөмкинлектәр ҙә арта.

М-7 трассаһында реконструкция эштәре башҡарғанда, яҡынса ике саҡрым юл участкаһында ҡаршылыҡтар ҙа барлыҡҡа килә. Унда нефть торбалары ята, электр тапшырыу линиялары үтә. Әлегә был проблемаларҙы хәл итеү юлдары барлана. Республика автомобиль юлдарының яртыһы иһә тейешле нормативтарға яуап бирә. Былтыр юл фонды яҡынса 17 миллиард һум тәшкил иткән.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Башҡортостан биләмәһендәге федераль трассаларҙы төҙөкләндереүгә быйыл 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна