Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейына төкәтмә төҙөү кәрәклеген белдерҙе

Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейына төкәтмә төҙөү кәрәклеген белдерҙе https://bash.news/news/36938_rstm_xmitov_drtjl_alayny_2se_licejyna_tktm_t_krklegen_bel
16 мар 2018, 17:46

Был турала ул төбәккә эш сәфәре барышында әйтте. Башҡортостан Башлығы Дүртөйлө районының ауыл хужалығы, төҙөлөш өлкәһе һәм социаль тармағы менән дә ҡыҙыҡһынды.

Төбәк етәксеһе райондың Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығын барып ҡараны. Бында ташламалы кредит һәм республика биргән субсидиялар ярҙамында һимертеү майҙансығы, йәш малдар корпусы төҙөкләндерелгән һәм ярты сәғәттә 25 һыйырҙы үткәрә алған һауыу ҡорамалдары һатып алынған.

Республика Башлығы райондың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген дә тикшерҙе. «Үҙәк» МТС-ында сит ил һәм үҙебеҙҙә етештерелгән техниканы ремонтлау менән мәшғүлдәр. Предприятие өс йөҙҙән ашыу деталь аналогтары етештерә. Рөстәм Хәмитов ҡатмарлы станок артында эшләүсе берҙән -бер ҡатын -ҡыҙ Дамира Хәсәнова менән әңгшәмәләшеп эш шарттарында тураһында һорашты.

Дүртөйлөнөң бетон етештереү компанияһында Рөстәм Хәмитовҡа етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр. Әле ни бары биш йыл ғына эшләгән ойошманың тауар әйләнеше 80 миллион һумға етә. Продукция күләме төбәктә торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереп арттырылған. Кирбестәрҙе урындағы халыҡ та теләп ала.

Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейына төкәтмә төҙөү кәрәклеген белдерҙе. әйтте. Мәғариф учреждениеһы кисекмәҫтән ҙурайтыуҙы талап итә. Ете йөҙ балаға иҫәпләнгән иҫке бина 1962 йылда уҡ төҙөлгән һәм унда меңгә яҡын уҡыусы белем ала.

Авторы: Айнур Кәбиров

Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейына төкәтмә төҙөү кәрәклеген белдерҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна