Мәскәүҙә «Рәсәй- мөмкинлектәр иле» тип исемләнгән йәштәр форумы тамамланды

Мәскәүҙә «Рәсәй- мөмкинлектәр иле» тип исемләнгән йәштәр форумы тамамланды https://bash.news/news/36939_msk_rsj_mmkinlektr_ile_tip_isemlngn_jshtr_forumy_tamamlan
16 мар 2018, 17:51

Асыҡ платформа һәләтле йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү маҡсатында ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторола.

Сара сиктәрендә булдыҡлы йәштәр алдында билдәле спикерҙар федераль әһәмиәттәге министрҙар һәм эре предприятие етәкселәре сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре ойоторолдо. Йәш фән эшмәкәрҙәре, башланғыс эшҡыуарҙар менән осрашыуға кисә ил президенты Владимир Путин үҙе килде. Йәштәр уны үҙҙәренең проекттары, уңыш формулалары менән таныштырҙы. Асыҡ платформа эшмәкәрлегендә Башҡортостан йәштәре лә ҡатнашты.

Авторы: Зөлфиә Рәхмәтуллина

Мәскәүҙә «Рәсәй- мөмкинлектәр иле» тип исемләнгән йәштәр форумы тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд