22 -29 июлдә Башҡортостан Бөтә Рәсәй янғын һүндереү ғәмәли спорт чемпионатын ҡабул итә

22 -29 июлдә Башҡортостан Бөтә Рәсәй янғын һүндереү ғәмәли спорт чемпионатын ҡабул итә https://bash.news/news/36941_22_29_iyuld_bashortostan_bt_rsj_yanyn_ndere_mli_sport_che
16 мар 2018, 17:54

Унда Рәсәйҙең 30 төбәгенән 1000 спортсы килеүе көтөлә. Сараға әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң 22-cе янғын һүндереү отряды Башҡортостандың асыҡ ғәмәли спорт чемпионатында көс һанашты.

Янғын һүндереүҙә яҡшы әҙерлек. Башҡортостанда был яуаплы өлкәлә эшләүселәр йылына ике тапҡыр ойошторолған янғын һүндереү ғәмәли спорты чемпионатында үҙ көсөн һанай ала. Рәсәй күләмендә ярыштарҙы штурмлаусы баҫҡыста ярышып Павел Первушин 13 минут 5 секунд ваҡыт күрһәтеп рекорд яулай. 100 метрлыҡ ҡаршылыҡтар аша үтеү буйынса Сергей Афанасьев иһә донъя рекордсыһы.

Сергей Акшинцев, Башҡортостан буйынса янғын һүндереү ғәмәли спорт төрөнөң баш тренеры: «Нормативтар Бөтә Рәсәй системаһынан сығып иҫәпләнә. Дүртенсе ҡаттың тәҙрәһенә спортсы 8 килограммдан артмаған баҫҡыс ярҙамында артыла. Һәм ул дүрт ҡатты ла вертикаль рәүештә йүгереп үтә».

Андрей Зайцев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы 22-се отрядының янғын һүндереү хеҙмәтен ойоштороу бүлеге инженеры: «Спортсыларҙа яҡшы физик һәм рухи ныҡлыҡ та мөһим. Ярышта ҡатнашыусы үҙен һәр ваҡыт еңеүгә көйләргә тейеш. Бындай команда эше беҙҙең хеҙмәтебеҙҙә бик мөһим».

«Ҡыҙыл әтәс»те туҡтатыусы янғын һүндреүсе етеҙ, көслө, тиҙ арала хәлде аңлап дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш. Янғын һүндереүселәр йылына ике тапҡыр ойошторолған чемпионатта таһыллыҡта көс һанашты. Икенсе этапта янғын һүндереүселәр штурмлаусы баҫҡыс ярҙамында дүртенсе ҡатҡа үрмәләнеләр.

Янғын һүндереүселәрҙең таһыллығын нығытыу маҡсатында ҡышҡы һәм йәйге чемпионаттарҙан тыш ведомствола йылына йөҙҙән ашыу ярыш үтә. Тормош практикаһы күрһәтеүенсә, бейек баҫҡыстар менән йыһазландырылған машиналар үтә алмаған янғын нөктәләрендә тап штурмалаусылар кешеләрҙе күпләп үлем тырнағынан алып ҡала. Янғын һүндереүселәрҙең ғәмәли спорт чемпионаты һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә йәшәүселәргә яҡшы физик һәм рухи формала булырға ярҙам итә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

22 -29 июлдә Башҡортостан Бөтә Рәсәй янғын һүндереү ғәмәли спорт чемпионатын ҡабул итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество