Межгорье киләсәктә республика кимәлендәге спорт ярыштары үткәреү майҙанына әйләнәсәк

Межгорье киләсәктә республика кимәлендәге спорт ярыштары үткәреү майҙанына әйләнәсәк https://bash.news/news/36987_mezhgore_kilskt_respublika_kimlendge_sport_yaryshtary_tkr
16 мар 2018, 21:44

Ҡалала реконструкциянан һуң физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Спорт объекты «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» республика программаһы исемлегенә индерелгән. Комплексты төҙөкләндереүгә инвестор 100 млн һумдан ашыу аҡса һалған.

Балалар иркен спорт залында тәүге тапҡыр уйнай. Етеҙерәк йүгерергә, бар оҫталыҡты һалырға кәрәк. Сөнки команда мәктәп данын яҡлай. Межгорье ҡалаһының 1-се, 2-се һәм 3-сө мәктәптәре араһында футбол буйынса ярыш.

Межгорье ҡалаһына физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһына Республика хөкүмәте премьер министры Рөстәм Мәрҙәнов килде. Спорт объекты «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект» республика программаһы исемлегенә индерелгән.

Межгорье ҡалаһы республикала ғына түгел, илгә билдәле спортсылар үҫтергән төбәк. Ольга Вилухина, Родион Алимов, Алина Дәүләтовалар спорттағы тәүге аҙымдарын бында яһаған. Ҡала киләсәктә чемпиондар үҫтереү үҙәгенә әйләнер тип көтөлә, сөнки заманса йыһазландырылған комплекс һәм иң мөһиме - тәжрибәле тренерҙар бар.

Салауат Ҡәйүмов, бадминтон буйынса тренер: «Мәктәптәге ҙур булмаған спорт залында уйнап өйрәнгәндән һуң беҙҙә тәрбиәләнеүсе спортсыларға ҙур ярыштарҙа уңайһыҙ була торғайны. Сөнки ҡыҫыҡ бинаның үҙ ҡағиҙәләре, иркен ерҙә бөтөнләй башҡаса кимәл. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр бер ҡасан да һынатманы».

Өс ҡатлы бина элеккеһен ҙурайтып эшләнгән. Кейем алмаштырыу бүлмәләре, душ - спортсылар өсөн тейешле уңайлыҡтар булдырылған. Өҫтәл теннисы, тренажер залдары эшләй. Тхэквондо һәм спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. 1-се мәктәп уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре хәҙер бында үтә, ә ҡаланың икенсе өлөшөндә йәшәүсе уҡыусылар айына ике тапҡыр киләсәк.

Спорт комплексында «Йәшлек» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе лә урынлашасаҡ. Яҡын киләсәктә үк бында бадминтон, футбол, волейбол буйынса республика ярыштарын үткәреү ҡаралған.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Межгорье киләсәктә республика кимәлендәге спорт ярыштары үткәреү майҙанына әйләнәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна