Рәсәйҙә һәр бишенсе ҡатын кесарев киҫеме менән бала таба

Рәсәйҙә һәр бишенсе ҡатын кесарев киҫеме менән бала таба https://bash.news/news/36991_rsj_r_bishense_atyn_kesarev_kieme_menn_bala_taba
16 мар 2018, 19:20

Бөгөн был хаҡта Өфөлә уҙған Акушерлыҡ һәм гинекологияла анестезия теорияһы һәм практикаһы Бөтә Рәсәй форумында билдәләнде. Форумда Башҡортостан һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Тверь ҡалаларынан алдынғы акушер-гинекологтар, анестезиологтар, фармакологтар ҡатнаша. Сарала яңы технологияларҙы ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала. Йылдан-йыл операция менән бала табыу арта. Медицинаның был өлкәһе анестезиологтары эше икеләтә ҡатмарлы, сөнки улар бер юлы ике кешенең - әсә менән баланың ғүмере, сәләмәтлеге өсөн яуаплы.

Александр Куликов, акушер анестезиолог- реаниматологтар ассоциацияһы вице-президенты, профессор /Екатеринбург/: «Был өлкә анестезиологияһында медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән нығытыу мөһим. Шулай уҡ белгестәр даими рәүештә уҡырға тейеш. Сөнки медицина бер урында тормай. Бер-ике йыл эсендә генә лә ҙур үҙгәрештәр булып өлгөрә».

Индира Сәхәүетдинова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса штаттан тыш баш белгесе: «Бала тапҡанда ҡатындар ауыртыу тоймаһын өсөн бөтә шарттар булдырыла. Операция ярҙамында бәпес донъяға килеүҙең тәүге минуттарында уҡ әсә ошо шатлыҡты күрергә тейеш. Элек дөйөм наркоз ҡулланылһа, һуңғы ун йылда анестезия умыртҡаға эшләнә

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Рәсәйҙә һәр бишенсе ҡатын кесарев киҫеме менән бала таба

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа