Башҡортостандың йөҙ йыллығына - йөҙ объект

Башҡортостандың йөҙ йыллығына - йөҙ объект https://bash.news/news/36997_bashortostandy_j_jyllyyna__j_obekt
12 мар 2018, 21:03

Бер быуатлыҡ юбилей сиктәрендә республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Был исемлеккә Ҡалтасы район үҙәгендәге мәҙәниәт йорто ла ингән. Юбилей объектын реконструкциялау өсөн 124 миллион һум аҡса бүленгән. Хеҙмәткәрҙәр бинаның тышҡы эштәрен тулыһынса тамамлаған, әле эске биҙәүгә күскәндәр.

Бынан ары ҡыҙҙар-егеттәр шөғөлләнгән бейеү залы түшәменән тамсы тамғанын күрмәҫһең дә, ишетмәҫһең дә. Бинаның ҡыйығы тулыһынса алмаштырылған, хәҙер эске биҙәү эштәре бара. Ҡалтасы район үҙәгендә урынлашҡан мәҙәниәт йортон ремонтлау көнүҙәк мәсьәлә булып торған. 90-сы йылдарҙа төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа ремонт эштәре үтмәгән. Иҫкергән объектты төҙөкләндереүгә башлыса урында йәшәүсе эшселәр йәлеп ителгән. Графикҡа ярашлы барғанда, объект Республика көнө алдынан файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.

Мәҙәниәт йортон реконструкциялауға 124 миллион һум аҡса бүленгән. Спорт залы, йыр-бейеү төркөмдәре өсөн айырым бүлмәләр заманса йыһазландырылған. Йылытыу, канализация системалары, тәҙрәләр, ишектәр яңыртылған.

Ремонт барышында иң төп иғтибар тамашасы залына, сәхнәгә бүленә. Әгәр ҙә быға тиклем залда 350-ләп урын булһа, үҙгәрештәрҙән һуң 300-гә тиклем ҡыҫҡартылған. Уның ҡарауы сәхнә иркенәйгән һәм тәүге рәттәрҙә мөмкинлектәре сикләнгән тамашасылар өсөн урындар булдырыласаҡ.

Ремонт эштәре ике йылға һуҙылһа ла, ижади коллективтар ҡул ҡаушырып ултырмай. Берәүҙәр мәктәптә, икенселәр кинотеатрҙа шөғөлләнә. Мөмкинлектәр, уңайлыҡтар яҡшынан түгел, әлбиттә. Һыуыҡ бинаға ололар ҙа, балалар ҙа ҡат-ҡат кейенеп килергә мәжбүр.

Әммә йырлы-моңло күңелгә ваҡытлыса ҡатмарлыҡтар кәртә була алмай, ти Ҡалтасыла йәшәүселәр. Сәнғәт һөйөүселәргә Ғаилә йылына арналған матур тамаша әҙерләнә.

Ысынлап та, район мәҙәниәт йорто олоһон да, кесеһен дә бер урынға туплаусы майҙан. Ремонттан һуң уңайлыҡтар булдырылыуы йыр-бейеү коллективтарын ҙур сәхнәгә сығарыуға, йәштәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип көтөлә. Шунлыҡтан, объектта эш тынмай.

Авторы: Фәниә Юланова

Башҡортостандың йөҙ йыллығына - йөҙ объект

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд