3D йөрәк

3D йөрәк https://bash.news/news/36998_3d_jrk
12 мар 2018, 21:09

Башҡортостан кардиологтары йөрәккә яңы технология буйынса операция яһаны. Ул йөрәктең 3D моделен яһарға булышлыҡ итеүсе яңы ҡоролма ярҙамында башҡарылды. Йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән интегеүселәр йылдан-йыл күбәйә һәм был йәһәттән яңы алымдар ҡулланыу көн талабы.

«Устарыма һал йөрәгеңде» - йырҙа йырланған һүҙҙәр ысынбарлыҡта. Тик уста түгел, ә компьютер экранында һәм уның 3D моделе. Республика кардиология үҙәге табиптары пациентҡа яңы ысул ярҙамында операция эшләй.

Илдус Сәғитов, республика кардиология үҙәгенең бүлек мөдире: «Йөрәктең һул яҡ өлөшөнә катетр индерелә һәм электр сигналдары ярҙамында йөрәктең 3D моделе яһала. Компьютер экранында барыһы ла асыҡ күренә».

Виртуаль операция ун миллион һум торған яңы аппарат ярҙамында башҡарыла. Кардиология үҙәгенә уны бағымсы бүләк иткән. Америкала етештерелгән медицина техникаһы йөрәккә операцияны яңы кимәлдә башҡарырға булышлыҡ итә.

Ҡырҡ өс йәшлек пациент аритмиянан интеккән. Сирҙең унда йөрәк алды фибрилляцияһы төрө. Йәки, йөрәк алды ҡыҫҡарыуы минутына 300-ҙән 700 -гә тиклем етә. Һөҙөмтәлә йөрәк тибеше йышая. Организмда тайпылыш күберәк оло йәштә барлыҡҡа килеүсән һәм уны дауаламағанда инсультҡа килтереүе бар. Һәм күп кенә осраҡта ул тап инсульттан һуң ғына асыҡланыуы менән хәүефле.

Ваҡыттың ҡыҫҡарыуы хирургтарҙың сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы. Сөнки операциялар ваҡытында улар нурланыш ала.

Кардиохирургияла инновацион алым ҡулланыу донъяла һуңғы ун йыллыҡта барлыҡҡа килгән.

Богдан Олейник, республика кардиология үҙәге баш табибы урынбаҫары: «Аппарат йөрәккә операция яһауҙа донъяла иң камил медицина техникаһы һанала. Аритмияны дауалауҙы ул теүәл башҡарырға ярҙам итә һәм пациенттар өсөн дә хәүефһеҙ».

Кардиология үҙәгендә йылына 500 операция эшләнә. Киләсәктә заманса техника ярҙамында был һанды бер меңгә еткереү күҙаллана. Сөнки йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән интегеүселәр йылдан-йыл арта. Күп осраҡта ғүмерҙе операция ярҙамында ғына һаҡлап ҡалырға мөмкин.

Башҡортостан кардиохирургтары операцияларҙа бөтә заманса ысулдарҙы ҡуллана һәм карто 3 Д системаһы был инновацион алымдарҙың иң камилы. Киләсәктә табиптар рентгенографиянан тулыһынса баш тартып әмәлиәттәрҙе виртуаль алым ярҙамында ғына үткәрәсәк.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

3D йөрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа