Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы арта

Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы арта https://bash.news/news/36999_eshse_nrre_abrujy_arta
12 мар 2018, 19:14

Эш биреүселәр машинист-тракторист, автомеханик, иретеп-йәбештереүсе, төҙөлөш һәм биҙәү эштәре мастерҙарына мохтаж. Иглин ҡасабаһындағы агросәнәғәт колледжы ярты быуат буйына эшсе һөнәр эйәләре әҙерләй. Уҡыу йортон 16 меңдән ашыу белгес тамамлаған.

Һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бермә-бер артҡан. Автомобиль транспорты күбәйеүгә бәйле, предприятиеларҙа һәм шәхси ҡулдарҙа техниканы ремонтлау һәм техник яҡтан хеҙмәтләндереү тармағы киң үҫешә. Шуға күрә автомеханиктар ҙа күпләп талап ителә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы арта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество