Тропик күбәләктәр Өфөлә

Тропик күбәләктәр Өфөлә https://bash.news/news/37002_tropik_kblktr_fl
12 мар 2018, 19:01

Баш ҡаланың Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында һирәк осрай торған күбәләктәр күргәҙмәһе асылды. Ошонда уҡ күбәләк ҡанаттарынан эшләнгән фито картиналар менән танышырға ла мөмкин.

Күбәләк ғүмере ҡыҫҡа, хатта бер көн генә ҡанат елпеп өлгөргәндәре лә бар, күптәре иһә ике аҙнанан бер айға тиклем йәшәй. Әммә ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә лә улар донъяға матурлыҡ таратып өлгөрә.

Екатерина Куньшина, күргәҙмәне ойоштороусы: «Тропик күбәләктәр бик ҙур, сағыу, уларҙың ҡурсаҡтан яралыуын күҙәтеү үҙе бер ғүмер. Күбәләккә әйләнеү мәлен көйләргә мөмкин, һыуыҡта улар оялары эсендә оҙағыраҡ ята, йылыға инеү менән иреккә ынтыла башлай. Шуға күрә сит илдән килтереп еткергәнсе һалҡыныраҡ урында тотабыҙ».

Күбәләктәр өсөн һауаның дымлы булыуы шарт, шуға күрә бүлмәлә быу таратыу һауыттары ҡуйылған. Бөжәктәр залдағы сәскәгә ҡунһалар ҙа, яһалма гөлләмәлә һеркә юҡлығын тиҙ аңлайҙар. Уларға шәкәрле һыу кәрәк, хужалар иһә тропик ҡунаҡтарҙы баллы, татлы эсемлек менән һыйлай. Уларҙың асмы-туҡмы икәнен бер ҡарауҙан билдәләп була, ашап алғандары осмай, ял итә.

Тропик күбәләктәр тәбиғәттә юҡ, улар «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән һәм махсус фермаларҙа ғына үрсетелә. Мәҫәлән, был ҡошҡанат исемле күбәләк донъяла иң ҙуры иҫәпләнә, уның Александра тигән төрө хатта, Көньяҡ Кореяның милли байлығы һанала, уны ситкә сығарыу бөтөнләй тыйылған.

Күбәләк ҡанатынан яһалған һәр бер картина үҙе бер йомаҡ, күҙҙе алмай сәғәттәр буйы ҡарарға мөмкин. Был эш менән донъяла ни бары өс кенә рәссам шөғөлләнә, уларҙың икәүһе Ҡытайҙан, берәүһе Рәсәйҙән. Өфөләге күргәҙмәлә тап Вадим Зарицкийҙың ижад емештәре ҡуйылған да инде.

Фитосәнғәт бик ҡатмарлы һәм оҙайлы ваҡыт талап иткән шөғөл. Бер картинаны йыйыу өсөн генә айҙар, хатта йылдар китә. Шуға күрә картинаның хаҡы ла квадрат сантиметрға ҡарап һанала, бәләкәй генә бер мозаика 15 мең тирәһе тора.

Күргәҙмә өс тиҫтәнән ашыу картина урын алған, ә бына күбәләктәр әлегә күп түгел. Әммә ҡурсаҡтар эсендәгеләре ошо көндәрҙә үк яралып ҡанат ҡағырға тейеш.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Тропик күбәләктәр Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа