Иртәгә Рәсәй халҡы ил президенты өсөн тауыш бирә

Иртәгә Рәсәй халҡы ил президенты өсөн тауыш бирә https://bash.news/news/37047_irtg_rsj_xaly_il_prezidenty_sn_tauysh_bir
17 мар 2018, 20:30

Закон буйынса, тауыш биреүгә бер тәүлек алдан тынлыҡ көнө иғлан ителә. Бөгөн барлыҡ форматтағы өгөт-агитациялар тыйыла, һайлаусылар кем өсөн тауыш бирергә икәнлеген үҙҙәре уйлап хәл итергә тейеш. Йәкшәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙә Башҡортостанда 3 мең 436 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асасаҡ. Һайлаусылар һаны - 3 миллион 43 мең ярым. Республикала 3 миллион 68 мең бюллетень баҫтырылған. Улар рус, рус- башҡорт һәм рус-татар телдәрендә. 18 мартта теләгән һәр кем үҙ телендәге бюллетенды алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ электрон урналар өсөн 349 мең самаһы бланк әҙерләнгән.

Авторы: Илдар Байбулатов

Иртәгә Рәсәй халҡы ил президенты өсөн тауыш бирә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна