Стәрлетамаҡ «кибер» ҡушылмалы ҡала булды

Стәрлетамаҡ «кибер» ҡушылмалы ҡала булды https://bash.news/news/37050_strletama_kiber_ushylmaly_ala_buldy
17 мар 2018, 18:57

«Кибер Рәсәй» проекты Башҡорт дәүләт университетының урындағы филиалында старт алды.

Республиканың көньяҡ төбәгендә белем алыусы 120 студент һәм уҡыусы үҙҙәренең ысынбарлыҡтағы тәүге мобиль ҡушымтаһын төҙөйәсәк. Ул Android һәм IOS операция башҡарыу системалы смартфондарҙа эшләйәсәк. Сараның беренсе көнөндә йәштәр

өс үлсәүле графика менән танышты һәм Blender программаһында 3D модуль сығарырға өйрәнде. Тренингтың ғәмәли өлөшө өс көн дауам итә. Дәрестәрҙе «Кибер Рәсәй» федераль мәғариф проекты лидерҙары, йәғни виртуаль ысынбарлыҡ әйберҙәр төҙөү буйынса Мәскәү белгестәре үткәрә.

Авторы: Илдар Байбулатов

Стәрлетамаҡ «кибер» ҡушылмалы ҡала булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа