Телеүҙәк бинаһы эргәһендә урынлашҡан 185-се һайлау участкаһында ла иртәнге сәғәттәрҙән йәнлелек күҙәтелә

Телеүҙәк бинаһы эргәһендә урынлашҡан 185-се һайлау участкаһында ла иртәнге сәғәттәрҙән йәнлелек күҙәтелә https://bash.news/news/37099_telek_binay_ergend_urynlashan_185se_ajlau_uchastkaynda_la
18 мар 2018, 13:51

Сәғәт һигеҙ тулмаҫ элек үк халыҡ күп ине. Беренселәрҙән булып килеүселәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бүләктәрен алды.

185-се һайлау участкаһы күҙәтеүселәре танытмаһы тикшерелеп, тағы бер ҡат инструктаж үткәндән һуң, бюллетендәр өсөн махсус йәшниктәргә мисәт һуғылды.

Тауыш биреү сараһы Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән рәсми асылғандан һуң һайлаусылар участкаға үтте. Беренселәрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәүселәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бүләктәрен алып һөйөндө. Шулай уҡ тәүге тапҡыр һайлаусылар ҙа юҡ түгел. Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары күпләп килде. Улар киноға билет менән бүләкләнде.

Һайлау участкаһында дүрт күҙәтеүсе эшләй. Улар араһында Миңнур Ғүмәрова ла бар. Ул бөгөнгө һайлауҙа күҙәтеүсе булып дүртенсегә ҡатнаша.

Күҙәтеүселәр араһында Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла бар.

Өфөнөң 185-се һайлау участкаһында 877 кеше теркәлгән. Уның телеүҙәк бинаһы эргәһендә урынлашыуын иҫәпкә алғанда һайлаусылар һанының үҙгәреүе лә ихтимал. Һайлау участка комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, тауыш биреүселәрҙең 10 процент самаһы беркетелгән танытма менән килгән. Улар араһында Телеүҙәк хеҙмәткәрҙәре лә бар.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Телеүҙәк бинаһы эргәһендә урынлашҡан 185-се һайлау участкаһында ла иртәнге сәғәттәрҙән йәнлелек күҙәтелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество