Рәсәй Президенты вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә

Рәсәй Президенты вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә https://bash.news/news/37107_rsj_prezidenty_vazifayna_8_kandidat_d_it
18 мар 2018, 18:30

Үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, әлеге сәғәткә уларҙың барыһы ла һайлау участкаларына килгән.

«Үҫеш партияһынан» Рәсәй Президентына кандидат Борис Титов гражданлыҡ бурысын Краснодар крайының Абрау-Дюрсо участкаһында үтәне. Һайлауға ул ғаиләһе менән килде. Борис Юрьевич үҙе иң тәүҙә тауыш биреп, ғаилә ағзаларының бюллетень тултырғанын көткән. Бюллетендәрҙе урнаға төшөрөү хоҡуғын Титов командаһы йәш быуынға биргән.

Рәсәй Президентына кандидат, дәүләтебеҙҙең ғәмәлдәге башлығы Владимир Путин гражданлыҡ бурысын Мәскәүҙең Косыгин урамында, Рәсәй Фәндәр академияһы бинаһында урынлашҡан 2151-се һайлау участкаһында үтәне. Дәүләт башлығы килгән мәлдә халыҡ өсөн һайлау участкаһына инеү сикләнмәгән. Билдәләнеүенсә, был участкала Владимир Путин тәүге тапҡыр ғына тауыш бирмәй. 2012 йылдың 4 мартында үткән Рәсәй Президенты һайлауында ла ил башлығы үҙенең гражданлыҡ бурысын тап ошонда үтәгәйне.

Коммунистар партияһы һәм халыҡ демократик көстәренән Кандидат Грудинин үҙе етәкселек иткән Ленин исемендәге совхоз биләмәһендәге 1306-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Журналистарға әйтеүенсә, Павел Грудинин һайлауға күтәренке кәйефтә килгән.

ЛДПР лидеры Владимир Жириновский ҙа көндөң тәүге яртыһында уҡ тауыш бирҙе. Гражданлыҡ бурысын ул Мәскәүҙең 814-се мәктәбендә урынлашҡан 2714-се һайлау участкаһында үтәне.

«Яблоко» партияһынан кандидат Григорий Явлинский Мәскәүҙең көнбайышында, Көҙгө булварҙағы мәктәптә урынлашҡан һайлау участкаһында һайланы.

Шулай уҡ Рәсәй коммунистары коммунистик партияһынан ил президенты вазифаһына кандидат Максим Сурайкин да гражданлыҡ бурысын Мәскәүҙә үтәне. 137-се һайлау участкаһында Сурайкин үҙенең әсәһе менән тауыш биргән. Кандидат әйтеүенсә, уның ғаиләһе күп йылдар һайлауға ошо участкаға килә.

«Рәсәй дөйөм халыҡ союзы» йәмәғәт ойошмаһы сәйәси партияһынан Сергей Бабурин, Владимир Путин кеүек үк, Мәскәүҙең 2151-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Дәүләт Думаһының элекке спикеры сәйәси кампанияла ғаиләһе менән ҡатнашҡан.

«Гражданлыҡ инициативаһы» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан Ксения Собчак буласаҡ президент өсөн кандидаттар араһынан иң һуңғыһы булып һайланы. Гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ кандидат Мәскәү үҙәгендәге Людвиг ван Бетховен исемендәге музыка мәктәбенә килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй төбәктәрендә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Рәсәй Президенты вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд