Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Ғафури районында халыҡтың яртыһына яҡыны теге йәки был кандидат өсөн тауыш биргән дә инде

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Ғафури районында халыҡтың яртыһына яҡыны теге йәки был кандидат өсөн тауыш биргән дә инде https://bash.news/news/37110_uy_mlmttr_bujynsa_afuri_rajonynda_xalyty_yartyyna_yayny_t
18 мар 2018, 15:04

Әле беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә Красноусолдан хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров сыға.

Беҙ Красноусол ҡасабаһында урынлашҡан 1670 һанлы участка һайлау комиссияһына яңы ғына инеп торабыҙ. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, халыҡтың күпләп килеүе иртәнге сәғәттәрҙә күҙәтелә. Был тағы ла ауыл халҡының сәйәси яҡтан әүҙем икәнен күрһәтә. Ә төштән һуң йышыраҡ йәштәр килә башлай. Был һайлау участкаһы Красноусол шифаханаһы бинаһына яҡын булыуы менән дә үҙенсәлекле, шуға күрә ял итеүселәр ҙә тауыш бирә. Һандар теле менән әйткәндә, урында йәшәүсе 756 кеше теркәтелгән һәм ошоға өҫтәп тағы ла 115 ситтән килгән ял итеүсе кеше тауыш бирергә теләк белдергән.

Авторы: Айнур Кәбиров

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Ғафури районында халыҡтың яртыһына яҡыны теге йәки был кандидат өсөн тауыш биргән дә инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество