Республикала ике мең ярымдан ашыу медицина хеҙмәткәре эш урынында ил президентын һайлауҙа ҡатнаша

Республикала ике мең ярымдан ашыу медицина хеҙмәткәре эш урынында ил президентын һайлауҙа ҡатнаша https://bash.news/news/37135_respublikala_ike_me_yarymdan_ashyu_medicina_xemtkre_esh_u
18 мар 2018, 19:02

29 дауаханала һайлау участкалары булдырылған, улар ҙа киске сәғәт һигеҙгә тиклем эшләй. Аҡ халатлыларҙан тыш, стационар дауалауҙағы пациенттар ҙа тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығынынан хәбәр итеүҙәренсә, сәләмәтлеге буйынса участкаға барып, тауыш бирә алмаусылар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған.

Светлана Ҡусҡарбәкова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Яңы ғына операция үткәргән, аҙ мобилле граждандарға теләктәре буйынса һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Дауаханаларҙың баш табиптары уларҙың палатаһына һайлау участкалары вәкилдәрен саҡырта».

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Республикала ике мең ярымдан ашыу медицина хеҙмәткәре эш урынында ил президентын һайлауҙа ҡатнаша

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество