Башҡортостандың билдәле йондоҙҙары ла ил президентын һайлауҙа әүҙемлек күрһәтә

Башҡортостандың билдәле йондоҙҙары ла ил президентын һайлауҙа әүҙемлек күрһәтә https://bash.news/news/37137_bashortostandy_bildle_jondoary_la_il_prezidentyn_ajlaua_e
18 мар 2018, 19:07

Тәүгеләрҙән булып 107-cе һайлау участкаһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров тауыш бирҙе.

Ярты быуаттан ашыу сәхнәлә ижад итеүсе Фидан Сафа улы 107-cе һайлау участкаһына иртәнге сәғәт туғыҙға уҡ килде. Халыҡ артисы бер ваҡытта ла сәйәси компанияла ҡатнашмай ҡалмаған.

Һайлауға килеүселәр халыҡ артисын алҡыштар менән тәбрикләне. Фидан Ғафаров ил президентын һайлауға бик яуаплы ҡарай.

107-се һайлау участкаһы урынлашҡан Максим Горький исемендәге 3-cө гимназия бинаһында шулай уҡ «Уңайлы ҡала мөхитен» һайлауға ла шарттар тыуҙырылған. Иркен кабинетта һайлауға килеүсе граждандар төҙөкләндерелергә тәҡдим ителгән 10 объектты һүрәтләгән стенд менән таныша алды. Һәр кем үҙе уңайлы итеп күрергә теләгән паркты йәки баҡсаны һайлау мөмкинлеге булдырылған.

107-cе һайлау участкаһында ил президентын һайлау иртәнге сәғәт 8-ҙән эшлекле шарттарҙа үтә. Һайлау комиссияһы рәйесе белдереүенсә, халыҡ үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуалы ҡарай.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Башҡортостандың билдәле йондоҙҙары ла ил президентын һайлауҙа әүҙемлек күрһәтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество