Рәсәй Президентын һайлауҙа оло быуын вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәтә

Рәсәй Президентын һайлауҙа оло быуын вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәтә https://bash.news/news/37144_rsj_prezidentyn_ajlaua_olo_byuyn_vkildre_l_emlek_krt
18 мар 2018, 19:17

Өфөнөң Дим биҫтәһедәге 14 -се һайлау участкаһына йөҙйәшәр Татьяна Колесникова үҙе килеп тауыш бирергә ҡарар иткән. Ә үҙе йөрөй алмаған өлкәндәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн күсмә һайлау ҡумталары бүленгән.

Йөҙйәшәр Татьяна Колесникова Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Дүрт йыл дауамында ауыр һуғыш барған нөктәләрҙе телефон бәйләнеше менән хеҙмәтләндергән. Сал сәсле ветеран тыныс тормош, татыу халыҡтар йәшәгән илебеҙ киләсәге өсөн тауыш бирҙе.

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 14-cе һайлау участкаһы секретаре Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын ихлас күңелдән тәбрикләне һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бер быуат ғүмер кисергән оло быуын вәкиленең аныҡ гражданлыҡ позицияһы булыуы үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө булып тора.

Татьяна Колесникова, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны: «Һайлау алдынан комиссия ағзалары килеп һорашты, мин һайлауға үҙ аяҡтарымда атлап барам тип яуапланым. Юҡҡа ғына туҡһан туғыҙ йыл йәшәмәгәнмен бит».

Һайлау залында заманса иҫәпләү ҡоролмаһы ла урынлаштырылған. Оло быуын вәкилдәре уны тәүгә күрә. Шуға ла ҡулланыу ауырыраҡ, был аппараттар янына улар өсөн махсус ярҙамсылар тәғәйенләнгән. Һайлаусыларҙың уңайлыҡтары өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ҡайнар сәй һәм туҡланыу ойошторолған.

Дим биҫтәһенең 3455-се һайлау участкаһына алдан бирелгән заявка нигеҙендә 100 йәшлек Михаил Орловҡа күсмә һайлау ҡумтаһы йортона килтерелде. Үтә күренмәле ҡумта таҡҡан һайлау комиссияһы ағзаһын полиция хеҙмәткәре һәм ике күҙәтеүсе оҙатып килде.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Орловҡа күсмә һайлау ҡумтаһы килтереләсәге хаҡында ярты сәғәт алдан хәбәр ителгән. Бер быуат ғүмер кисергән аҡһаҡал һайлау коимиссияһы ағзаларын ихлас ҡаршыланы.

Михаил Орлов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «Мин һайлауға бармайынса ҡалғаным юҡ. Үҙемә йөрөүе ауыр булғас, быйыл фатирыма килтереп һайлаталар. Ҙур илебеҙ менән тәрән аҡыллы, сабыр, кешеләрҙең хәлен аңлаған Президент идара итергә тейеш».

Ә Надежда Кириллова ғүмере буйы сауҙа өлкәһендә етәксе йөгөн тарҡан. 92 йәшлек ханым икенсе төркөм инвалиды. Фатирынан сығып алыҫ араларға йөрөй алмай. Һайлау комиссияһы ағзаларын Надежда Федоровна көтөп алған. Уларҙы тәмле кәнфиттәр менән һыйланы.

Надежда Кириллова, «Почет билдәһе» ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны: «Илебеҙҙә яҡшы тормош булһын өсөн яҡшы етәксе етәкләргә тейеш. Беҙ тәрән белемле, изге күңелле, яҡшы кешене һайлайбыҙ».

Дим биҫтәһендә өлкән йәштәге бер генә кеше лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Һайлау хоҡуғын бөтәһе лә тулы мәғәнәһендә ҡулланды.

Һәр һайлау учаскаһында күсмә һайлау командаһы бар. Уларҙа тәғәйен исемлектәр һәм адрестар. Аяуһыҙ яуҙарҙа илебеҙ азатлығы һәм киләсәге өсөн хәл иткес роль уйнаған өлкәндәр ил яҙмышына битараф түгел.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Рәсәй Президентын һайлауҙа оло быуын вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество