«Салауат Юлаев» һаҡсыһы ла һайлауҙа ҡатнашып үҙ тауышын бирҙе

«Салауат Юлаев» һаҡсыһы ла һайлауҙа ҡатнашып үҙ тауышын бирҙе https://bash.news/news/37148_salauat_yulaev_asyy_la_ajlaua_atnashyp__tauyshyn_bire
18 мар 2018, 19:24

Александр Логинов тормош иптәше менән Өфөнөң Октябрь районында Рәсәй фәндәр академияһының биохимия һәм генетика институтында урынлашҡан һайлау участкаһына килде. «Салауат Юлаев» клубының тик ике тәрбиәләнеүсеһе генә Өфө пропискаһы буйынса тауыш бирә ала. Ҡалған уйынсылар һайлауҙа тыуған ҡалаларына ҡайтып ҡатнаша.

Александр Логинов, «Салауат Юлаев» клубы һаҡсыһы: «Был беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Минең уйлауымса, Рәсәйҙең һәр гражданины һайлауҙа ҡатнашып, үҙ тауышын бирергә тейеш. Минең өсөн беҙҙең президентыбыҙ кем булыуы бик мөһим».

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

«Салауат Юлаев» һаҡсыһы ла һайлауҙа ҡатнашып үҙ тауышын бирҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна