Аҙна яңылыҡтары. Йәмәғәтселектән һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының 80 проценты төбәктә йәшәү кимәлен ыңғай баһалай

Аҙна яңылыҡтары. Йәмәғәтселектән һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының 80 проценты төбәктә йәшәү кимәлен ыңғай баһалай https://bash.news/news/37216_ana_yaylytary_jmtselektn_orau_alyu_mtlre_krteens_bashorto
17 мар 2018, 21:58

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың тормош сифаты яҡшыра, тип белдерҙе был аҙнала республика етәкселеге. Кешеләрҙең шәхси банк иҫәптәрендә 360 миллиард һум тирәһе аҡса һаҡлана, тинеләр. Был күләм төбәктең ике йыллыҡ бюджетына тиң. Ҡыҙыҡ инде был статистика тигәнең. Ун кешенән һорау ала ла, шуның һигеҙе һикһән процент була. Ә ул кешеләрҙең ҡайҙа эшләгәне аныҡланмай. Бәлки, «Башнефт»тә үткәрелгәндер был һорау алыу? Ҡыҫҡаһы, кемдер ит, ә кемдер кәбеҫтә ашай. Ә уртаса беҙ голубцы менән һыйланабыҙ.

Ә шул арала кемдеңдер кеҫәһенән алтын ҡойолоп йөрөй. Кеҫәһенән үк түгел инде, әммә был аҙанала самолеттан алтын ҡойолоуы бар йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырҙы. Якутск аэропортынан күтәрелгән йөк самолетынан ысын мәғәнәһендә алтын яуҙы. Ҡыҙғанысҡа күрәме, әллә бәхеткәме, һауа судноһы йыраҡ китеп өлгөрмәй. Юҡһа ҡиммәтле металдар кире ер ҡуйынына инеп бөтөр ине. Табыр инең ул ваҡытта алтынды. Хәйер, табырҙар ине. Ысынмы, бушмы, Башҡортостанда ла етмешенсе йылдарҙа аҡса менән самолет ҡолаған. Һуңынан махсус хеҙмәттәр суднола булған күләмдән дә күберәк йыйып алғандар тигән хәбәрҙәр йөрөй. Илдар Байбулатов имеш-мимештәрҙе барланы.

Берәй нәмәгә күҙ ҡыҙғанда перәник тейәлгән йөк автомобиле беҙҙең урамда ла ауыр әле тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Ә бына Яҡут республикаһында йәшәүселәр был аҙнала «алтын ямғыр» шаһиты булды. Көтөлмәгән бындай яңылыҡтан барыһы ла шаҡ ҡатты, бигерәк тә урындағы халыҡ. Эш шунда, һауаға күтәрелгән ваҡытта Ан-12 самолетынан аҫыл таштар ҡойола башлаған. Быға багаж өлөшөндәге ҡапҡастың сафтан сығыуы сәбәпсе булған. Шунда уҡ ваҡиға шаһиттары күктән төшкән байлыҡты өйҙәренә ташырға тотонған тигән имеш-мимештәр тыуҙы.

Яҡут республикаһындағы кеүек хәл ваҡытында Башҡортостанда ла теркәлгән.1972 йылдың 31-се авгусында Әбйәлил районында Ил-18 самолеты ҡолап төшкән. Ваҡиға шаһиттары хәтерләүенсә, емереклектәр араһынан кеше кәүҙәләре менән бергә тоҡтарға тултырылған һаҡлыҡ банкы аҡсалары ла табылған. Әммә уның күләме тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә бирелмәй.

Ярты быуат самаһы ваҡыт үтеп китһә лә был фажиғә тураһында бөгөн күптәр белеп тә етмәй. Ул көндө Ҡаҙағстандан Мәскәүгә осоп барыусы һауа судноһы Красная Башкирия хужалығы баҫыуына ҡолай. 9 экипаж ағзаһы һәм 93 пассажирҙың береһенә лә иҫән ҡалмай. Ул ваҡытта фажиғә урынын ҡамауға Әбйәлил районы милицияһы лә йәлеп ителә.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, самолетта һаҡлыҡ банкының аҡсалары ла була. Урындағы халыҡ уларҙы өйҙәренә ташыған тигән имеш-мимештәр бөгөн дә ишетелеп ҡала. Йәнәһе лә һуңынан тикшереү органдары аҡсаларҙы тиненә тиклем йыйып ала. Әммә ваҡиға шаһаттары әйтеүенсә, бының булыуы мөмкин түгел. Сөнки көслө шартлау ваҡытында самолеттағы барлыҡ әйбер ҙә көл-күмергә әйләнә.

Яҡут республикаһындағы ғәҙәттән тыш хәлгә әйләнеп ҡайтҡанда, урындағы халыҡтың сереп байыуына юл ҡуйылмаған. Самолеттан төшөп ҡалған алтындарҙың барыһы ла хужаһына ҡайтарылған. Был мәғлүмәтте һуңынан транспортттағы тәфтиш комитеты ла дәлилләне.

Авторы: Илдар Байбулатов

Аҙна яңылыҡтары. Йәмәғәтселектән һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының 80 проценты төбәктә йәшәү кимәлен ыңғай баһалай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна