Рәсәйҙә үткән Президент һайлауында Владимир Путин ышаныслы еңеү яуланы

Рәсәйҙә үткән Президент һайлауында Владимир Путин ышаныслы еңеү яуланы https://bash.news/news/37229_rsj_tkn_prezident_ajlauynda_vladimir_putin_yshanysly_ee_y
19 мар 2018, 14:02

Илдең үҙәк һайлау комиссияһы 99 процент протоколдар эшкәртелгәндән һуң иғлан иткән мәғлүмәт буйынса ғәмәлдәге дәүләт башлығы өсөн 76 проценттан ашыу һайлаусы тауыш биргән. Икенсе урында Павел Грудинин, өсөнсөлә Владимир Жириновский.

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһында ла уҙған төн ҡыҙыу эш дауам итте. 90 проценттан ашыу протоколдар эшкәртелгәндән һуң Владимир Путинға тауыш биреүселәр республикала 77 проценттан ашыу. 12 проценттан ашыу һайлаусы Павел Грудининға өҫтөнлөк биргән. Өсөнсө урын Владимир Жириновскийҙа.

Республика үҙәк һайлау комиссияһында урынлашҡан матбуғат үҙәгендә хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова эшләй. Ул әле беҙҙең студия менән тура бәйләнештә. Рәмзиә хәйерле иртә. Башҡортостанда әлеге мәлгә нисә процент протокол эшкәртелгән, күрһәткестәр үҙгәрҙеме.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Рәсәйҙә үткән Президент һайлауында Владимир Путин ышаныслы еңеү яуланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество