Политологтар, социологтар фекеренсә, Рәсәй президенты һайлауында Владимир Путиндың еңеүе тәбиғи күренеш

Политологтар, социологтар фекеренсә, Рәсәй президенты һайлауында Владимир Путиндың еңеүе тәбиғи күренеш https://bash.news/news/37294_politologtar_sociologtar_fekerens_rsj_prezidenty_ajlauynd
19 мар 2018, 22:59

Сөнки был юғары вазифаға дәғүә иткән һигеҙ кандидат араһында тик ғәмәлдәге дәүләт башлығының ғына төплө уйланылған программаһы булды. Был документ илдең эске ҡеүәтен үҫтереүгә, ил халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға ғына түгел, башҡа илдәр менән бәйләнештәрҙе нығытыуға ла йүнәлтелгән.

Халыҡтың тауыш биреүҙә әүҙемлеге ил етәкселегенең дөрөҫ йүнәлештә барыуын иҫбатлай. Эксперттар фекеренсә, халыҡ өсөн иҡтисади тотороҡлоҡ, тыныслыҡ бик мөһим. Әлбиттә, проблемалар бар, санкция баҫымы дауам итә. Әммә халыҡ был проблемаларҙың ваҡытлыса икәнен һәм уны хәл итеү мөмкинлеген яҡшы аңлай.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Политологтар, социологтар фекеренсә, Рәсәй президенты һайлауында Владимир Путиндың еңеүе тәбиғи күренеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа