Донъя яңылыҡтары - 19.03.2018

Донъя яңылыҡтары - 19.03.2018 https://bash.news/news/37301_donya_yaylytary__19032018/?lang=bash
19 мар 2018, 21:45

Владимир Путин киләһе хөкүмәтте ойоштороу эше башланыуы тураһында хәбәр итте. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса һайлаусыларҙың 76 процент тауышын йыйып ышаныслы еңеү яуланы. Һайлау штабында үткән осрашыуҙа ул барлыҡ дәғүәселәре менән дә осрашырға теләк белдерҙе. Барлыҡ сәйәси көстәрҙе ул ниндәйҙер төркөм мәнфәғәттәре өсөн түгел, ә дөйөм ил һәм халыҡ файҙаһына эшләргә саҡырҙы.

ХХХ

Әҙер ағас йорттар һатып алыуға кредиттар дәүләт тарафынан субсидияланасаҡ. Был туралағы ҡарарҙы бөгөн илдең хөкүмәт премьер-министры Дмитрий Медведев раҫланы. Һөҙөмтәлә ставка 5 процентҡа кәметелергә тейеш. Быға тиклем әҙер ағас йорт һатып алыусыларға кредит йыллыҡ 15 процент менән бирелә ине. Быйылғы бюджетта ошо маҡсатта 197 миллион һум аҡса ҡаралған, быға 2 мең ярым яңы йорт һатып алырға мөмкин.

ХХХ

Американың дәүләт бурысы 21 триллион долларҙы ашып китте. Был турала Ҡушма Штаттарҙың финанс министрлығы таратҡан мәғлүмәттән билдәле булды. Дональд Трамптың инаугурацияһына тиклем бурыс 20 триллион доллар саҡ ҡына аҙыраҡ ине. Бер йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт эсендә ул 1 триллионды ашып китте. Был күләмдең 5 триллион доллары Ҡушма Штаттарҙың эске дәүләт бурысы булһа,15 триллион доллары айырым физик һәм юридик шәхестәргә тура килә.

ХХХ

Сүриәнең баш ҡалаһы Дамаск эргәһендә урынлашҡан Көнсығыш Гута провинцияһында хәл яйлап ҡына көйләнә башланы. Биләмәләрҙең 80 проценты хөкүмәт ғәсҡәрҙәре контроленә күсте. Ҡамауға алынға террорсылар капитуляция шарттары буйынса килешеү маҡсатында тыныс халыҡты ла иреккә сығара башланы. Көнсығыш Гутала Сүриә армияһы нығытмаларында илдең Президенты Бәшәр әл Асад та булып китте. Төбәктә террорсыларҙы юҡ итеү илдә тыныслыҡ урынлаштырыу һәм иҡтисади үҫеште тәьмин итеү өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә тип билдәләне ул.

ХХХ

Афғанстандың Нангархар провинцияһы үҙәге, Джелалабад ҡалаһындағы шартлауҙа 3 кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла 8 кеше йәрәхәтләнде. Террор ғәмәле урындағы сәйәси партияларҙың береһе үткәргән митингтан һуң ғәмәлгә ашырылды. Йыйын үткәрелгән майҙан янында мина һалынған мотоцикл һауаға осто. Әлегә илдәге күп һанлы экстремист төркөмдәрҙең береһе лә террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алманы.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Донъя яңылыҡтары - 19.03.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»