Һайлау барышында 80-дән ашыу ялған ялыу ҡабул ителгән

Һайлау барышында 80-дән ашыу ялған ялыу ҡабул ителгән https://bash.news/news/37308_ajlau_baryshynda_80dn_ashyu_yalan_yalyu_abul_itelgn
19 мар 2018, 20:32

Сәйәси кампания барышына тап төшөрөргә теләүселәр алдан уҡ төшөрөлгән видеояҙмалар таратырға ла тартынмаған. Ләкин күҙәтеүселәр был материалдарҙың Рәсәй Президенты һайлауына бөтөнләй ҡағылышы юҡлығын иҫбатлаған. Был турала Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы эш йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Йәмәғәт палатаһы ағзаларына һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы закон нигеҙендә быйыл ғына бирелде. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда тауыш биреү барышын республиканың ун меңдән ашыу йәмәғәт вәкиле күҙәтте. Бынан тыш, Рәсәйҙең йәмәғәт палатаһынан да мең ярымдан ашыу күҙәтеүсе йәлеп ителде. Уларҙың барыһы ла сәйәси кампания алдынан махсус уҡыуҙар үтте. Был тырышлыҡ тулыһынса аҡланды, һайлауҙың хоҡуҡи сиктәрҙә үтеүен тәьмин итеүгә йәмәғәт палатаһы тос өлөш индерҙе, ти күҙәтеүселәр. Тупаҫ закон боҙоуҙарға юл ҡуйылмаған. Йәмәғәт күҙәтеүселәре ваҡ һорауҙарҙы урында уҡ хәл иткән.

За кадром. Йәмәғәт палатаһы өс йүнәлеш буйынса эш алып барҙы. Күҙәтеүселәрҙән тыш, ҡыҙыу линия һәм йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләне. Һуңғыһында журналистар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа ойошторолдо. Унда дүрт йөҙҙән ашыу хәбәрсе, политолог һәм социологтар эшләгән. Иң мөһиме, халыҡ теүәл һәм оператив мәғлүмәт алды, ти ойоштороусылар.

Авторы: Айнур Кәбиров

Һайлау барышында 80-дән ашыу ялған ялыу ҡабул ителгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество