Донъялағы иң һуңғы ата төнъяҡ аҡ мөгөҙморон үлгән

Донъялағы иң һуңғы ата төнъяҡ аҡ мөгөҙморон үлгән https://bash.news/news/37324_umer_poslednij_v_mire_samecz_severnogo_belogo_nosoroga/?lang=bash
20 мар 2018, 16:56

Кениялағы Ол-Педжет тәбиғәт һаҡлағысында 19 март көндө 45 йәшлек мөгөҙморондо үлтергәндәр. Судан исемле мөгөҙморон донъялағы һуңғы орғасы ине.

Донъялағы иң һуңғы ата төнъяҡ аҡ мөгөҙморон үлгән
Донъялағы иң һуңғы ата төнъяҡ аҡ мөгөҙморон үлгән

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, йәнлек ҡаты ауырыған. Уның мускулдары эшләмәгән, һөйәктәре ваҡланған. Һуңғы тәүлектә ул бөтөндәй аяҡтарында баҫып тора алмаған. Әлеге ваҡытта донъяла ике инә мөгөҙморон ҡалған: Судандың “ҡыҙы” Наджин һәм “ейәнсәре” Фату. Ғалимдар йәнлектәрҙең был төрөн һаҡлап ҡаласаҡ, улар Судандың генетик материалын йыйып алып ҡалғандар.

Төнъяҡ аҡ мөгөҙморондарҙың юҡҡа сығыуында һунарсылар ғәйепле. Баҡ тиһәң, йәнлектәрҙең мөгөҙө бик ҡыйбатлы тип һанала, сөнки уны сәләмәтлек өлкәһендә ҡулланалар. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында хайуандар һаны 2250 булһа, 80-се йылдарға 15 мөгөҙморон ғына ҡалған.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров