Башҡортостан кикбоксерҙары 14 миҙал яулап ҡайтты

Башҡортостан кикбоксерҙары 14 миҙал яулап ҡайтты https://bash.news/news/37386_bashortostan_kikbokserary_14_mial_yaulap_ajtty
21 мар 2018, 17:29

11-16 мартта Мәскәү өлкәһенең Покровск ауылында кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғарылды. Ярышҡа илебеҙҙең 32 төбәгенән 900-ҙән ашыу спортсы йыйылды.

Башҡортостан кикбоксерҙары 14 миҙал яулап ҡайтты
Башҡортостан кикбоксерҙары 14 миҙал яулап ҡайтты

Чемпионат ике дисциплинала уҙҙы: “Лайт контакт” һәм “Поинтфайтинг”.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙың йыйылма командаһында 26 спортсы сығыш яһаны.

Һөҙөмтәлә Башҡортостан төрлө категорияларҙа биш беренсе урын, өс икенсе урын, алты өсөнсө урын яуланы. Шулай уҡ Учалы районынан Артур Мәжитов “Рәсәйҙең спорт мастеры” исеменә норматив үтәне.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна