Бөгөн «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы еңеүселәре билдәләнде

Бөгөн «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы еңеүселәре билдәләнде https://bash.news/news/37432_bgn_uajly_ala_mxite_federal_programmay_eeselre_bildlnde

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Рәсәй Президенты һайлауы менән бергә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн рейтинг тауыш биреүҙәр үтте. Өҫтөнлөклө программала республиканың 24 районы ҡатнаша. Өфөлөләр тәҡдим иткән тиҫтәнән ашыу йәмәғәт урынынан «Ҡашҡаҙан» паркы менән «Тулҡын» скверы иң күп тауыш йыйыусылар исемлегендә. Тимәк, быйыл был ике объектта ла төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.

Сипайлово биҫтәһенең «Ҡашҡаҙан» паркында айырыуса йәнлелек. Был урын бигерәк тә спорт менән мауығыусылар өсөн ҡулай. Йәштәрҙән бигерәк, оло быуын вәкилдәре байтаҡ. Венера Жукова Сипайлово биҫтәһенә нигеҙ һалыныуын бөгөнгөләй хәтерләй. 30 йыл элек һыйыр көтөүе йөрөүен хәҙер күҙ алдына ла килтереп булмай, ти ул.

Ә хәҙер бөтөнләй башҡаса. Бығаса булмаған парк ҡалҡып сыға. Ул халыҡтың яратҡан урынына әйләнә. Әлбиттә, эшләйһе эштәр ҙә байтаҡ тип билдәләй өфөлөләр.

«Ҡашҡаҙан» паркы тап «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһында ҡатнашып еңеү яуланы. Ул рейтинг тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тәҡдим ителгән тиҫтәнән ашыу парк, сквер, урамдар араһынан һайлап алынған. Ҡашҡаҙан 103 меңдән ашыу тауыш йыйған. Төҙөкләндереү талап иткән йәмәғәт урындары исемлегендә Өфөнөң «Тулҡын» скверы ла бар. Ул да шулай уҡ еңеүселәр иҫәбендә.

«Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһында республиканың 24 төбәгендә рейтинг тауыш биреүҙәр үткән. Шулай уҡ уларҙың да һөҙөмтәләре бөгөн билдәле булды. Тәҡдим ителгән 109 йәмәғәт урынынан 37 биләмә еңеүсе тип табылды. Уларҙы халыҡ үҙе һайлаған. Хатта, ҡайһы бер төбәктәрҙә бер юлы өс-дүрт объект төҙөкләндереүгә лайыҡлы тип табылған.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Бөгөн «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы еңеүселәре билдәләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа