Донъя яңылыҡтары - 21.03.2018

Донъя яңылыҡтары - 21.03.2018 https://bash.news/news/37435_donya_yaylytary__21032018/?lang=bash
21 мар 2018, 21:59

Америка Ҡушма Штаттары президенты Дональд Трамп Владимир Путинды һайлауҙа еңеүе менән ҡотланы. Аҡ Йорт башлығы Рәсәй етәксеһенә телефондан шылтыратҡан. Яҡтар энергетика һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү кәрәклеге буйынса ла һөйләшкән. Бынан тыш, лидерҙар Сүриә һәм Украиналағы хәлдәр, шулай уҡ юғары кимәлдә осрашыу үткәреү мөмкинлеге буйынса фекер алышҡан.

ХХХ

Бөгөн иртән Ҡурған өлкәһе мәктәптәренең береһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. 13 йәшлек ҡыҙ тәнәфес ваҡытында пневматик пистолеттан ете синыфташын яралаған. Бәхеткә күрә, уларҙың береһе лә ауыр йәрәхәттәр алмаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә уҡыусылар араһында тыуған низағ сәбәпсе булыуы ихтимал. Енәйәттә ғәйепләнеүсе ҡыҙ шунда уҡ психоневрология диспансерына оҙатылған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

ХХХ

Афғанстанда террор ғәмәле һөҙөмтәһендә кәмендә 29 кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла тиҫтәгә яҡыны дауаханаға оҙатылған. Был ваҡытта урындағы халыҡ Наурызды байрам итер өсөн университет алдындағы майҙанға йыйылған булған. Шаһиттар билдәләүенсә, тантананың иң ҡыҙған мәлендә террорсыларҙың береһе үҙ-үҙен шарлата. Һөжүм өсөн яуаплылыҡты Ислам дәүләте үҙ өҫтөнә алған.

ХХХ

«Зенит» клубы ярымһаҡсыһы Леандро Паредес Рәсәй чемпионатында иң юғары хеҙмәт хаҡы алыусы футболсы. Был турала Sports.ru интернет-баҫмаһы хәбәр итте. Хеҙмәт килешеүенә ярашлы, Аргентина легионерына йылына 5 млн евро түләнә. Икенсе баҫҡысты 4 миллион ярым евро менән «Локомотив»тан Ведран Чорлука биләй. Өсөнсөлә «Зенит»тың тағы ла бер футболсыһы Бранислав Иванович. Уның хеҙмәт хаҡы йылына 4,1 млн евро тәшкил итә. Рәсәй вәкилдәренән иң отошло контрактты Артем Дзюба төҙөгән. Уҙып барған миҙгелдә күберәк запаста ултырыусы уйынсы йылына 3,6 млн евро ала.

Донъя яңылыҡтары - 21.03.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров