Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды https://bash.news/news/37521_fl_mzhit_afuriy_memorial_jortmuzejy_asylyua_70_jyl_tuldy
22 мар 2018, 20:31

Ошо уңайҙан ике көн дауамында халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында «Мәжит Ғафури - Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры. Күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә музейҙар эшмәкәрлеге» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Башҡортостандағы әҙәби музейҙарҙың тәүгеһе булып тора. Ул 1948 йылдың 5 мартында халыҡ шағиры 1923 - 1934 йылдарҙа йәшәгән йортта асыла. Был бина - 19-сы быуаттың архитектура һәйкәле һанала. Унда шағирҙың ҡульяҙмалары, шәхси әйберҙәре һәм ҡатынының хәтирәләре һаҡлана. Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияның пленар өлөшө Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури ижады тураһында фекер алышыу менән бер рәттән, билдәле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә музейҙар эшмәкәрлеге тип аталған йыйынтыҡ менән дә танышты.

Авторы: Илдар Байбулатов

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа