Мәләүездән 6 йәшлек Әҙилә Ҡәйүмоваға ярҙам кәрәк

Мәләүездән 6 йәшлек Әҙилә Ҡәйүмоваға ярҙам кәрәк https://bash.news/news/37523_mlezdn_6_jshlek_il_jmovaa_yaram_krk
22 мар 2018, 20:55

Ҡыҙ һирәк осрай торған нәҫел ауырыуынан яфалана. Унда -метахроматик лейкодистрофия.

Диагноз балаға бер йыл элек Мәскәү табиптары тарафынан ҡуйыла. Баш һәм арҡа мейеһендәге кире үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә Әҙиләнең сәләмәтлеге көндән-көн насарая. Туҡтауһыҙ аяҡ-ҡулдары һыҙлай, табанына баҫа алмай интегә. Тиҙ арый, ҡурҡыу тойғоһо көслө. Ҡыҙға ай һайын медицина тикшеренеүҙәре үтергә һәм анализдар тапшырырға тура килә. Дарыуҙар хәлен ваҡытлыса ғына яҡшырта.

Алина Кантикова, Әҙиләнең әсәһе: «Ҡыҙыбыҙға өс йәш тулғас, физик үҫеше тотҡарланыуын һиҙҙек. Тиҙ генә хәле бөтә башланы, үҙен һәр ваҡыт күтәреп йөрөтөүҙө һораны. Массаж, дауалау физкультураһы курсттарын үтһәк тә, һөҙөмтә булманы. Әҙилә әле тотлоғоп һөйләшә, оҙаҡ йөрөй алмай, ҡулдарына әйбер тоторға ла ярҙам итәбеҙ. Бармаҡтарының хәле юҡ».

Израиль клиникаһында яфаланған һирәк осрай торған ауырыуҙы дауалау тәжрибәһе бар. Әммә унда Әҙиләгә һөйәк мейеһе өлгөләрен күсереү һәм башҡа процедуралар үтеү өсөн ҙур ғына сумма аҡса талап ителә. Баланың ата-әсәһе 16 миллион һум аҡсаны йыйыу өсөн мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына ышана. Экрандағы иҫәп буйынса, һәр кем балаға ярҙам күрһәтә ала. Киләсәктә диңгеҙгә тиклем йүгереп барырға хыялланған Әҙиләгә бәхет юлын бергәләп асайыҡ.

Әҙилә Ҡәйүмова: «Әсәйем изге күңелле кеше, ул һәр ваҡыт минең янымда. Һауығырыма ышана, мин үҫкәс уның менән бергәләп диңгеҙгә барырға теләйем».

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ ИҪӘБЕ: 2202 2003 3972 4393

БӘЙЛӘНЕШ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: +7 917 484 46 72

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Мәләүездән 6 йәшлек Әҙилә Ҡәйүмоваға ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд